

Ҡуҙы
Осор ҡыҙыҡлы танышыу өсөн ҡулай. Шулай уҡ аҙна килешеү төҙөү; берлектәге эштең яңы өлкәһен билдәләү өсөн яҡшы.
Буға
Ваҡытты яҡындарығыҙ менән үткәрергә һәм өйҙә ыңғай мөхит булдырырға тырышығыҙ. Был осорҙо яратыуығыҙҙы һәм ярҙамығыҙҙы белдерер өсөн файҙаланығыҙ.
Игеҙәктәр
Осорҙа көс йыйып, ҙур ҡаҙанышҡа әҙерләнә башлағыҙ. Тиҙҙән шәхси һәм карьера үҫешенең яҡшы мөмкинлеге буласаҡ.
Ҡыҫала
Мөхәббәт өлкәһендә мөнәсәбәтте асыҡларға теләһәгеҙ, иң яҡшыһы - асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Һеҙҙе ижади ҡараш һәм тырышлыҡ талап иткән һәр эштә уңыш көтә.
Арыҫлан
Хис-тойғоно күрһәтер өсөн иң яҡшы ваҡыт. Һөйөүегеҙҙе белдерегеҙ. Ваҡытты яҡындарығыҙға һәм туғандарығыҙға бағышлағыҙ. Уларға файҙа килтерергә тырышығыҙ.
Ҡыҙ
Ғаиләлә имен осор етте. Бөтә ҡаршылыҡ артта ҡаласаҡ. Башҡаларҙы тыңламағыҙ һәм маҡсатығыҙға ирешергә тырышығыҙ, һеҙ күп өлкәлә уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ.
Үлсәү
Эштә бик әҙәпле һәм иғтибарлы булырға, ваҡытты бушҡа әрәм итмәҫкә тура килер. Йондоҙҙар һеҙгә ярҙам итәсәк. Килемле тәҡдим булыуы ла ихтимал.
Саян
Яратҡан кеше менән мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Конфликт артта ҡала. Иғтибарығыҙҙы эштән ситкә йүнәлтегеҙ. Йортто таҙартыу, интерьерҙы, аксессуарҙарҙы яңыртыу файҙалы.
Уҡсы
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең килеме артасаҡ, һеҙ уңышлы аҡса һала йәки бурысты ҡайтара аласаҡһығыҙ. Тормош - ул даими хәрәкәт. Шуға күрә спортҡа йә саф һауала йөрөүгә ваҡыт бүлегеҙ.
Ылаҡ
Осорҙо үҙегеҙгә бағышлағыҙ, һеҙ бик күп эшләнегеҙ һәм матур ялға лайыҡ булдығыҙ. Өйҙәге проблемалар көтөп торор. Ләкин сығымдарығыҙға анализ яһар өсөн ваҡыт табығыҙ.
Һыуғояр
Етәкселек һәләтен иҫегеҙгә төшөрөргә тура килер. Хәл яҡшы һөҙөмтә талап итәсәк, әммә йондоҙҙар тырышлығығыҙ өсөн бүләк вәғәҙә итә.
Балыҡ
Астрологтар тыныслыҡ һәм тәүәккәллекте юғалтмаҫҡа ҡуша. Финанс йондоҙнамәһе һеҙҙе оҙаҡ ҡына аҡса йыйған ҙур һатып алыу көтә тип раҫлай.