

Рөстәм Кәшәфетдинов өсөн милли көрәш спорт ҡына түгел, йәшәү рәүешенә әйләнгән. Күптәнге танышым һәм яҡташымдың милли көрәш донъяһында яулаған уңыштарын һоҡланып күҙәтәм. Уның менән осрашҡан һайын, ҡаҡшамаҫ ихтыярына һәм ҡаҙаныштарына ғәжәпләнеүҙән туҡтамайым.
Етди спорт төрө менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, әҙәплелеге, изгелеге һәм күркәм сифаттары менән айырыла. Һуңғы осрашыу көндәлек һөйләшеүҙән тәрән йөкмәткеле әңгәмәгә әүерелде.
- Рөстәм Рәил улы, спортҡа юл ҡасан һәм нисек башланды? Ни өсөн тап милли көрәште һайланығыҙ?
- Ни өсөн көрәшме? Тамырҙарым данлы үткәнгә барып тоташа. Нәҫелемдә күренекле көрәшселәр булған. Мин райондың Бәләкәй Шәрип ауылында тыуып үҫтем. Яҙмыш Смаҡ ауылына алып киткәс, унда бишенсе класта үҙем өсөн көрәш донъяһын астым. Бөгөнгө тренерым ун йәштән остазым булды. Йәшәйеш - ул үҙе көрәш. Бәлки, тап шуның өсөн дә ошо юлды һайлағанмындыр. Тормошта һәр кем үҙ урыны өсөн арымай-талмай көрәшһә, келәм дә иң көслөгә генә буйһона.
- Белеүемсә, һеҙ был спортта танылған чемпиондарҙың береһе. Быны һеҙҙең үҫештең иң юғары нөктәһе тип иҫәпләргә мөмкинме?
- 2011 йылда Рәсәй чемпионатында, һуңынан Бөтә Рәсәй һәм республика турнирҙарында еңеү яуланым. Һуңыраҡ, ғаиләгә бәйле сәбәп менән ун ике йылға спорттан киттем. Күптән түгел генә ҡайттым. Миңә йәш егеттәрҙең келәмдәге көрәшен ситтән күҙәтеү ауыр булды. Ун биш йыл көрәш менән шөғөлләнеүем өсөн Рәсәй спорт мастеры исеменә лайыҡ булдым. Киләсәккә төп маҡсатым - донъя чемпионаты бейеклеген яулау. Артабан һаулыҡ мөмкинселегенә ҡарармын. Бығаса етди йәрәхәт алманым, артабан да шулай булһын, тип теләйем. Оҙайлы «тәнәфес»тән һуң һәр хәрәкәтте тергеҙеп, барыһын да яңынан башларға тура килә.
- Еңелеүҙе нисек кисерә инегеҙ? Күберәк көс һәм тырышлыҡ һалманым, тип уйламанығыҙмы? Тәүге «әсе» тәжрибәнән һуң нимә үҙгәрҙе?
- Еңелеүһеҙ бер ҡайҙа ла булмайҙыр ул. Бер аҙ кәйефте төшөрһә лә, уңышһыҙлыҡ мине артыҡ ғазапламаны. Күнекмәләрҙә хаталар өҫтөндә эшләү - һөнәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Үҙеңде тотоу, алға барыу һәм арымай-талмай камиллашыу мөһим.
- Ярыштарҙа хәтергә айырыуса уйылып ҡалған мәлдәр булдымы?
- Әлбиттә. Ауырлыҡ категорияһында 89 кеше ҡатнашҡан турнирҙы хәтерләйем. Улар араһында 8 донъя һәм 13 Рәсәй чемпионы бар ине. Шул алышта мин еңеү яуланым. Бындай мәлдәр мәңгегә хәтерҙә ҡала. Ул саҡта рәсми исемдәрем булмауын иҫәпкә алғанда, бигерәк тә.
- Спортта күп күрһәткес тренерға бәйле. Һеҙҙең уңышта кемдең өлөшө бар? Кемгә рәхмәт белдерер инегеҙ?
- Иң элек, барыһы ла үҙеңдән, эске көйләнешеңдән тора. Теләгең юҡ икән - бер кем дә ярҙам итә алмай. Әммә тренерҙың роле лә ҙур. Минең остазым -Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тренеры Илмир Юлмөхәмәтов күптәр өсөн икенсе атай булды. Ул келәмгә сығарҙы, яңы кимәлгә күтәрҙе, беҙҙән чемпион яһаны. Көрәш менән шөғөлләнгәндә янымда һәр ваҡыт атайым, көрәш буйынса Рәсәй спорт мастеры исемен йөрөткән Фәнүр ҡустым һәм тренерыбыҙ Илмир Әхтәм улы булды. Мин күп остазды беләм, әммә ул башҡаларҙан айырылып тора. Юғары класлы белгес һәр нәмәгә иғтибарлы, барыһын да аңлайышлы итеп аңлатып, хатаны төҙәтергә ярҙам итә. Әйткәндәй, мин Илмир Әхтәм улының беренсе спорт мастеры булдым.
- Көрәшсе булараҡ үҙегеҙгә ышаныс юғалтҡан мәлдәр булдымы?
- Юҡ. Сабырлыҡ һәм көс менән барыһына ла өлгәшә алыуыма ышандым. Хаталар иһә тәжрибәне байыта ғына. Нимәлер уйлағанымса килеп сыҡмаған осраҡта ла спорттан китеү тураһында уйланманым.
- Спортта уңышҡа өлгәшеү юлында иң ауыры нимә?
- Иң ауыры - ике аҙна һайын бер-бер артлы килгән ярыштарҙа даими рәүештә 5 килограмм ауырлыҡ ташларға тура килә. Ундай мәлдәрҙә бер йотом һыу өсөн барыһын да бирергә әҙерһең.
- Үҙ оҫталығығыҙҙы ҡайҙарҙа күрһәтергә тура килде?
- Рәсәйҙең төрлө төбәгендә: Ҡазандан Төмәнгә тиклем барып етергә тура килде. Беҙ Татарстанға бик йыш барабыҙ, унда бик күп спортсы үҙ алыштарын үткәрә.
- Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
- Төп эшем менән шөғөлләнәм. Фермер булараҡ һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнәм. Йүгерергә, атта йөрөргә, дуҫтар менән ял итергә яратам.
- Тормош девизығыҙ?
- «Алға! Арҡа юл юҡ». Башлаған эште, һөҙөмтәһенә ҡарамай, матур итеп тамамларға кәрәк.
- Бөгөн һеҙҙә кемдәр шөғөлләнә? Күнекмәләр нисек үтә? Теләүселәр күпме?
- Миндә шөғөлләнеүселәр әллә ни күп булмаһа ла, улар дәрестәргә теләп йөрөй. Ҡыҙҙарым да күнекмәләр яһай. Бынан тыш, Мәләүездең ир-егеттәр йыйылма командаһын өйрәтәм. Дәрестәр Спорт һарайында үтә. Бөгөн баланы даими рәүештә күнекмәгә йөрөргә мәжбүр итеү еңел түгел. Үҙ теләге булғандар шөғөлләнә. Тренер булараҡ һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшмәнем, сөнки остазлыҡ эшмәкәрлегем 2025 йылда ғына башланды.
- Милли көрәш менән шөғөлләнергә теләгәндәргә әйтер һүҙегеҙ?
- Йәш быуынға физкультураға ҡушылып, тән һәм рухты нығытырға, ата-әсә һүҙен тыңларға, мәктәптә тырышып уҡырға, шунан ғына спорт үренә ынтылырға кәңәш итәм. Ныҡлы белем, тейешле тәрбиә булмаһа, көрәш һуҡмағына баҫырға ярамай, тип уйлайым.
- Йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙгә маҡсатҡа өлгәшеү юлында уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Илнур БАЙГИЛДИН.