Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Апрель , 05:28

"Көнгәк"кә яҙылығыҙ һәм быҙау отоғоҙ!

2026 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро. Йыл һайын матбуғат кампанияһы барышында «Көнгәк»кә яҙылыусыларыбыҙға ғәҙәттән тыш бүләк әҙерләргә тырышабыҙ. Былтыр Тәнзилә Килмәкова туңдырғыс камера алғайны. Быйыл да гәзитебеҙ дуҫтарын һөйөндөргөбөҙ килә: спонсорҙарыбыҙ ярҙамында һеҙгә быҙау әҙерләнек! Эйе, дөрөҫ ишеттегеҙ, быҙау. Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе ауыл еренән. Ауыл халҡы өсөн был - ҙур бүләк. Бөгөн мал үрсетеү – бик файҙалы. Шуға күрә уның хужаһы булырға теләүселәр күп булырына шигебеҙ юҡ.

"Көнгәк"кә яҙылығыҙ һәм быҙау отоғоҙ!"Көнгәк"кә яҙылығыҙ һәм быҙау отоғоҙ!
"Көнгәк"кә яҙылығыҙ һәм быҙау отоғоҙ!

Приздар фондын тулыландырып торабыҙ. Башҡа бүләктәр ҙә буласаҡ. “Яҙыл да бүләк от” акцияһында ҡатнашыу өсөн икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу талонын йәки квитанция күсермәһен редакцияға алып килегеҙ йәки почта аша ебәрегеҙ. Һәр яҙылыусы приз уйынында ҡатнаша ала.
Яҙылыу хаҡы үткән йылғы кимәлдә: 1267 һум 44 тин, корпункт аша алдырғанда – 894 һум. Арзан түгел, әммә ҡиммәтләнмәне лә.
Приздарыбыҙҙы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғас уйнатабыҙ. Был хаҡта алдан хәбәр итербеҙ.
Яҙылыу пункттары: почта бүлексәләре, гәзит редакцияһы (Воровский урамы, 6), шулай уҡ онлайн яҙылырға мөмкин.
Был приз кемгә насип булыр!
«Көнгәк» гәзите.

Автор:
Читайте нас