Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Апреля , 18:00

Милли кейем көнөндә Өфөләге Милли музейҙа күргәҙмә асылды

Төрлө халыҡтың ҡатын-ҡыҙҙары һынландырылған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Уларҙы Күмертау ҡалаһынан талантлы фоторәссам Ләйсән Нәүмәтуллина төшөргән.

Милли кейем көнөндә Өфөләге Милли музейҙа күргәҙмә асылдыМилли кейем көнөндә Өфөләге Милли музейҙа күргәҙмә асылды
Милли кейем көнөндә Өфөләге Милли музейҙа күргәҙмә асылды

“Милли матурлыҡ инештәре” тип аталған фоторәсемдәр экспозицияһы – төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллегенә, халыҡтар татыулығына мәҙхиә, тиергә була. 100-ҙән ашыу эштә 19 милләт вәкиләһенең этнографик портреты урын алған.
Милли кейемдәрҙең элементтары, кейемдең ниндәй туҡыманан тегелгәне, биҙәү алымдары, орнаменттар, биҙәүестәр – ошо деталдәргә фоторәссам айырыуса ҙур иғтибар бүлә, сөнки улар халыҡтарҙың матди-мәҙәни мираҫының байлығын күрһәтә. Һәр фотоһүрәттә ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ә төрлө милләттәрҙең йолаларын, мәҙәни кодының уникаллеген сағылдырған ифрат тәрән образ. Шуның менән был эштәр айырыуса һоҡландыра, иғтибарҙы йәлеп итә, берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
Ниндәй сүрәттә ул матурлыҡ? Ошо һорауға яуап тапҡыһы килгәндәр үҙенсәлекле күргәҙмәне килеп ҡарамай ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.
Рәүилә Ғатауллина.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите 

Автор:
Читайте нас