“Радик – молодец. Ҡарағыҙ, бөгөн тулы бер зал йыйҙы. Мин ышанам, һеҙ уның менән ғүмерлеккә бергә булырһығыҙ”, - тине Олег Газманов.
Әйткәндәй, ике йырсыны бер нисә йыл дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Элвин Грей хатта Рәсәй эстрадаһы йондоҙонда ҡунаҡта ла булды. Олег Газмановтың да Радик Юлъяҡшиндың концертында тәүге тапҡыр ҡатнашмай.
— Олег Газмановҡа – күптән бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, намыҫ һәм ғәжәйеп талант символына әүерелгән кешегә – тәрән хөрмәт һәм рәхмәт. Уның менән дуэт башҡарыу минең өсөн сығыш ҡына түгел, ә ижади яҡтан үҫеү ҙә, - ти Радик Юлъяҡшин.