Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Апреля , 06:03

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ

Быйыл май байрамдары бер аҙ ҡыҫҡараҡ була, күптәрҙе түбәндәге һорауҙар борсой: аҙнаһына алты көн эшләгәндәр нисек ял итә, отпуск нисә көнгә оҙайтыла? Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы аңлата.

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙМай байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ
Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ һәм эшләйбеҙ

Быйыл 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы йомаға тура килә.

Шулай итеп, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр – 1, 2 һәм 3 майҙа, ә кемдәр алты көн эшләй, 1 һәм 3 майҙа ял итә. 30 апрелдә эш көнө ҡыҫҡара. Графикка ҡарамаҫтан, эштән бер сәғәткә иртәрәк сыға алаһығыҙ, тип белдерҙеләр ведомствола.

Отпуск алғанда 1 май ғына календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

1 майҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы түләнә. Әгәр һеҙҙе ял көнөндә эшкә сығырға саҡырһалар, һеҙҙең яҙма ризалыҡ кәрәк. Эш көнө өсөн икеләтә түләү йәки башҡа ял көнө ҡаралған.

Еңеү көнө уңайынан 9-11 майҙа (шәмбе-дүшәмбе) ял итәбеҙ. Бынан тыш, 27 май – Ҡорбан байрамы байрам өнө тип иғлан ителде.

ГӨЛФИӘ АКУЛОВА.

Автор:
Читайте нас