

Был беҙҙең төбәктә апрелгә хас күренеш: яҙ бер аҙым алға баҫа, ике аҙым артҡа сигенә. «Арктик һауа циклон тылына үтеп инә һәм көтөп алған йылы урынына һалҡындар килә», – ти синоптиктар.
Күреүебеҙсә, яҡын көндәргә фараздар өмөт бирә, әммә тиҙ генә йәй вәғәҙә булырын итмәй. Яҙғы-йәйге осорға рәсми фаразға ҡарағанда, апрелдә уртаса температура +4, +6° булырға тейеш. Май башында ғына температура үҙгәрә. 1 майҙа уҡ республикала көндөҙ температураның +17°, ә 2 майҙа +20° тиклем күтәрелеүе мөмкин.
Башҡортостанда йәй йылы, әммә ямғырлы көтөлә. Температура өс ай буйына «нормаға ярашлы йәки норманан юғарыраҡ» булмаҡсы.