Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Апрель , 01:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 апрель - 3 май)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 апрель - 3 май)Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 апрель - 3 май)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (27 апрель - 3 май)

Ҡуҙы
Аҙнаны көнкүреш мәсьәләне хәл итеүгә бағышлағыҙ. Яҡындарығыҙ ме­­нән аралашҡанда намыҫ­лы булығыҙ. Был яңы финанс стратегия­һын ана­лизлау өсөн уңайлы ваҡыт.

Буға
Ғаилә мөхите йылылыҡ һәм бер-береңде аң­лау менән тулы булыр. Яҡын киләсәктә һеҙгә уй­ламаған сығанаҡтан аҡса килергә мөм­­кин. Был килем менән аҡыллы эш ите­геҙ.

Игеҙәктәр
Алдан башланған проектты тамамлау өсөн яҡшы ваҡыт. Финанс нигеҙегеҙҙе нығыта йә­ки киләсәктәге ҡаҙанышҡа юл аса ала­саҡ­­һығыҙ.

Ҡыҫала
Һеҙгә күптән көтөлгән яҡшы хәбәр килер. Бынан тыш, килем алыу мөмкинлеге лә булыр. Ваҡытты күберәк үҙегеҙгә һәм яратҡан шөғөлөгөҙгә бағышларға кә­рәк.

Арыҫлан
Йондоҙҙар элекке дуҫтар менән ваҡыт үткәрергә кәңәш итә. Һөҙөмтәләрегеҙ ҡыуандыр­маһа, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ. Уңыш һеҙҙең ныҡышмалыҡтан тора.

Ҡыҙ
Әлеге ваҡытта өлгәшеп булмаған маҡсатҡа ар­тыҡ иғтибар итмәгеҙ. Йондоҙҙар башҡа нәмә менән шө­ғөлләнергә кәңәш итә. Осор яңы идея һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн көс килтерәсәк.

Үлсәү
Төп бурыс – үҙеңде еңеүгә көйләү, маҡсатты аныҡ билдәләү. Әгәр ҙә һеҙҙе ниндәйҙер нәмә йәки кеше кире тарта тип тойһағыҙ, үкенмәй хушлашығыҙ. Эргә-тирәгеҙҙе та­ҙартыу өсөн бик яҡшы ваҡыт.

Саян
Хис-тойғоғоҙға ышаныслы таяна алаһығыҙ. Һиҙемләү менән эш итеү һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итер. Был романтик осрашыу өсөн яҡшы ваҡыт.

Уҡсы
Көс-дәрт кимәле юғары. Көндәлек эшкә үҙен­сәлекле ҡараш, намыҫлылыҡ уңышҡа өлгәшер­гә ярҙам итер. Үҙ аллы белем алыу өсөн бик яҡ­шы осор. Был һеҙҙең һөнәри үҫешегеҙгә яңы этәргес бирәсәк.

Ылаҡ
Мөхәббәт өлкәһендә ҡыуаныслы сюрприз булыуы ихтимал, ә яңғыҙҙар өсөн өмөтлө ос­рашыу мөмкин. Финанс яҡтан уңыш­ҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙур.

Һыуғояр
Үҙегеҙгә ял итергә ваҡыт бирегеҙ, фи­зик күнекмәләр яһағыҙ. Маҡсатҡа ире­шеү­ҙә уңыш үҙегеҙҙән тора. Уйығыҙҙы, эш­егеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ.

Балыҡ
Тейешле ныҡышмалыҡ күрһәтеп, һоҡ­ланғыс һөҙөмтәгә ирешерһегеҙ. Иң әү­ҙем һәм талантлы хеҙмәткәрҙәрҙе карьера үҫе­ше көтә.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас