

Ҡатын йәйгә ҡарай бер-ике килоға булһа ла ябығырға кәрәк, диета тотам тигәс, миңә лә ашауҙы кәметергә тура килде...
Шулай, бер төн үлтереп тороп ашағы килеп китте, әй!!! Шым ғына карауаттан шыуышып төштөм дә, аш-һыу бүлмәһенә сыҡтым, әкрен генә итеп һыуытҡысты астым, макарон менән кәтлит ятҡан кәстрүлде сығарып кинәнеп китеп ашарға тотондом. Һаҡ ҡына, шапылдамай ғына ашарға тырышам, үҙемсә.
Шул арала бүлмәгә улым килеп сыҡты. Мин тынымды тоттом, мине күрмәһен, йәнәһе. Ә ул тотто ла утты ҡабыҙҙы!
Шул секундта минең иҫ-аҡыл китте, хайран ҡалдым! тиһәм, бер нәмә лә әйтмәгән төҫлө буласаҡ!
Минең сырайҙы күрһәгеҙ икән, шул мәлдәге! Өҫтәлдең икенсе осонда ике ҡулы менән кәтлитен ауыҙ эргәһендә тотоп, ҡатып ҡалған ҡатын тора ине...