– Өфөгә ҡырғыҙ мәктәптәре директорҙары килде, улар республиканың мәғариф өлкәһендәге бай тәжрибәһен өйрәнә, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры. – Рәсәй делегацияһын яуап сәфәре менән Ҡырғыҙстанға ебәрергә тәҡдим итәм. Бындай хеҙмәттәшлек ике ил уҡытыусыларына файҙаға ғына буласаҡ.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Ҡырғыҙстан Республикаһы – Башҡортостандың төп ун партнеры иҫәбендә:
– Беҙҙе уртаҡ мәҙәниәт, тел, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, берлектәге гуманитар проекттар бәйләй. Беҙҙең вуздарҙа Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу студент белем ала, – тип билдәләне республика Башлығы. – Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр асыу проекты, һис шикһеҙ, илдәребеҙҙең стратегик партнерлығын нығытыу өсөн оло әһәмиәткә эйә. Беҙ белем биреү өлкәһендәге асыштар һәм инновациялар менән уртаҡлашасаҡбыҙ. Шул рәүешле үҙ-ара дуҫлыҡ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек традицияларын дауам итербеҙ тип ышанам.
Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева Рәсәй коллегалары менән мәғариф өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең юғары кимәлдә булыуын билдәләне һәм уртаҡ, шул иҫәптән Башҡортостандың мәғариф ойошмалары ҡатнашлығындағы проекттарҙы артабан үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
– Илдәребеҙ араһында һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырылған, иң яҡшы тәжрибәләрҙе индереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу иҫәбенә мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек нығынырға тейеш, – тине Догдуркул Кендирбаева. – Ҡырғыҙстанда рус теле фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт теле булараҡ мөһим әһәмиәткә эйә.
Азат Ғиззәтуллин.