

Мәрхүм менән бәхилләшергә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Константин Толкачёвтың туғандары һәм яҡындары йыйылды.
Республика Башлығы Константин Борисовичтың Башҡортостанды үҫтереүгә һәм закон сығарыусыларҙың яңы быуынын тәрбиәләүгә индергән өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөгөн республикала матәм көнө, бик ауыр һәм яманһыу. Күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ рәйесе һәм өлкән иптәшебеҙ Константин Борисович Толкачёвты һуңғы юлға оҙатабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө Башҡортостандың үҫешенә бәйле кешеләрҙең һәм ваҡиғаларҙың тотош дәүере уның менән бергә китә кеүек. Һәм, әлбиттә, Константин Борисович республикабыҙ ҡануниәте системаһын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнаны. Был уның юриспруденция өлкәһендәге төплө белеме, сәйәси аҡыллылығы һәм юғары интеллекты һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Төбәк етәксеһе Константин Толкачёвтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Константин Борисович һәр ваҡыт үҙен бик лайыҡлы тотто. Һәр ваҡыт республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәренән сығып эш итте. Хатта ауырыған осорҙа ла зарланманы. Был ысын етәксе һәм офицерға хас сифаттар. Яҡын арала уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында указ әҙерләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн бөтә республика өлкән иптәшебеҙҙең яҡындары менән бергә ҡайғыра. Бәхил булығыҙ, ҡәҙерле Константин Борисович, ысын рус генералы. Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын.
Матәм митингында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Абхазия Халыҡ Йыйылышы – Парламенты спикеры Лаша Ашуба, Татарстан Дәүләт Советының почетлы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, Башҡортостандың дини лидерҙары сығыш яһаны.
Константин Толкачёвтың тормош иптәше Нина Николаевна республика етәкселегенә ауыр ваҡытта ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам һәм мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу сараларын ойоштороуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Константин Толкачёвты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.
Белешмә:
Константин Борисович Толкачёв 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен һәм СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай. 20 йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, эске хеҙмәттең генерал-майоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. 1996 йылдан 2003 йылға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын етәкләй, административ эште ғилми эшмәкәрлек менән берлектә алып бара. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй юридик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
1999 йылда Константин Толкачёв Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Шул ваҡыттан алып 27 йыл дауамында төбәк парламентын етәкләй, ҡануниәт үҫешенә, дәүләтселекте һәм социаль тотороҡлолоҡто нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Константин Борисовичтың ҡаҙаныштары дәүләт наградалары, шул иҫәптән Александр Невский, Дуҫлыҡ, Почёт, IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән билдәләнгән.
СЫҒАНАҠ:https://glavarb.ru/