Көнгәк
+24 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Мая , 09:29

Аҙналыҡ йондоҙнамә (11 - 17 май)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә (11 - 17 май)Аҙналыҡ йондоҙнамә (11 - 17 май)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (11 - 17 май)

Ҡуҙы
Яҡшы осор, уңыш бик күп эштә юлдаш булыр. Был романтик осрашыу, мө­һим килешеү төҙөү һәм яңы партнерлыҡ бул­дырыу өсөн ваҡыт.

Буға
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Был финанс эшендә лә, ғаилә ағзалары менән мө­нәсәбәттә лә ыңғай сағылыш табасаҡ. Белем алыу һәм яңы һөнәри оҫталыҡ үҙләштереү өсөн уңайлы мәл.

Игеҙәктәр
Был аҙна - эшлекле аралашыу өсөн уңай. Яңы бәйләнеш карьера өсөн этәргес була ала. Иғтибарлы булығыҙ - һеҙгә ҙур ҡиммәткә эйә булған мәғлүмәт килеүе мөмкин.

Ҡыҫала
Хис-тойғоға бирелмәй ҡабул ителгән ҡарар килемегеҙҙең артыуына килтереүе ихтимал. Уңыш һеҙҙең яҡта, иң ҡыйыу проектты тормошҡа ашыра башлай алаһығыҙ.

Арыҫлан
Дәртегеҙ артҡан саҡ. Көстө кәрәкле йүнә­леш­кә йүнәлтһәгеҙ, бик күп файҙалы эш баш­ҡарып өлгөрөрһөгөҙ. Шәхси тормошо­ғоҙҙа ҡы­йыу рәүештә һиҙемләүегеҙгә ышанығыҙ.

Ҡыҙ
Маҡсатҡа ынтылыуығыҙ хөрмәткә лайыҡ. Йон­доҙҙар мөһим ҡарар ҡабул итеү өсөн дөрөҫ йү­нәлеш күрһәтер. Һиҙемләүгә ышанығыҙ, ул һеҙ­гә уңыш килтерер. Был яңы идеяны тор­мошҡа ашырыр өсөн ваҡыт.

Үлсәү
Партнерҙы тыңлай һәм ишетә белеү һәләте ғаиләлә тыныслыҡ нигеҙе буласаҡ. Ихлас күңелдән һөйләшеү һеҙгә бер-берегеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булырға ярҙам итер.

Саян
Ниндәй генә ҡаршылыҡ булмаһын, тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Һөҙөмтәлек юғары кимәлдә, кәйефегеҙ тотороҡло буласаҡ. Элекке дуҫ йәки туғандар менән осрашыу ихтималлығы ҙур.

Уҡсы
Һөйләшеп килешеү оҫталығын күрһәтегеҙ, көнкү­реш эшкә һәм ғаилә мөнәсәбәтенә иғтибарлы булығыҙ. Күсемһеҙ милек менән бәйле эш, спорт, ял итеү өсөн яҡшы осор.

Ылаҡ
Тормош иптәшегеҙгә ҡарата хәстәрлек күрһәтергә ваҡыт. Эштә аралашыусанлы­ғы­ғыҙ мәсьәләне еңел хәл итергә ярҙам итер. Хә­ҙер иң мөһиме - тотороҡлоҡ, шуға күрә иҫке бәйләнештәрҙе нығытығыҙ.

Һыуғояр
Осор осраҡлы осрашыуға һәм көтөлмәгән күңелле ваҡиғаға бай. Күңелгә ятышлы сюрприз йәки бүләк булырға мөмкин. Ҡарар ҡа­бул итеү тәжрибәһенә тулыһынса таян­ған кеше менән кәңәшләшегеҙ.

Балыҡ
Дуҫығыҙ һәм фекерҙәшегеҙ менән аралашыу, шулай уҡ ижади эҙләнеү ҡәнәғәтлек килтерер. Эшкә ижади ҡарағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас