Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Май , 01:05

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт барҺөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ беҙҙе ниндәй генә ҡул эштәре менән һоҡландырмай! Тормошто йәмләп, уны шау биҙәккә күмеп йәшәгән райондаштарҙың береһе Земфира АМАНҒОЛОВАның оҫталығына һоҡланмаған кеше һирәктер. Ул байтаҡ йылдар төҫлө ептәрҙән туҡымаға рәсем сигеү менән мауыға. Тәбиғәткә ғашиҡ кеше булғанға күрә, эштәрендә күпселек хайуандар донъяһы, матур сәскәләр өҫтөнлөк итә. Күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләр, урман эсенән асыҡлыҡҡа килеп сығып һағайып ҡалған ҡоралайҙар, ағаслыҡҡа боҫоп үҙ табышын көткән юлбарыҫ, өйөрө менән юртып барған аттар, ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ҡар өҫтөндә ятҡан аҡ айыуҙар... Һанай китһәң, был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Күкрәгенә сабыйын ҡосҡан әсә һыны, бер-береһенә һыйынған егет менән ҡыҙ ҙа йәшәйештең үҙен сағылдыра. Картиналарҙың һәр ҡайһыһына күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалынған.

- Ҡул эше менән шөғөлләнеү кешегә йән тыныслығы, рәхәтлек бирә. Туҡымаға төшкән һәр һүрәтте, айырыуса йәнлектәрҙе яратам, - ти оҫтабикә үҙе.

Сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән эш еңел генә башҡарылмай, бер генә урында яңылышлыҡ ебәрһәң йә ептәрҙе бутаһаң, бар тырышлығың юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Күҙҙең яуын алып торған рәсем килеп сыҡһын өсөн бар мәшәҡәтеңде ситкә ҡуйып,  иғтибарыңды туплап, эшеңде күңел һалып башҡарыу кәрәк.

Әңгәмәсемдең: «Сигеү сигеүҙе бөтә кеше лә булдыра ала» тигән һүҙҙәре менән килешергә ашыҡмайым, сөнки уның аҡ туҡыманан, һыҙманан һәм төҫлө ептәрҙән башланған шөғөлөн, тәү сиратта, тормош матурлығын күрә белеүенә бәйләйем. Ә был тойғо иһә бик һирәктәргә генә бирелә.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас