

Ҡуҙы
Мөхәббәттә үҙ-ара аңлашыу осоро башланасаҡ. Һеҙҙе ысын хәстәрлек менән уратып аласаҡтар. Ә әлегә яңғыҙ булғандарҙы ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.
Буға
Аҙнала бөтә ҡаршылыҡты ныҡышмалыҡ һәм һиҙемләүегеҙ арҡаһында еңеп сығырһығыҙ. Романтика, шәхси һөйләшеү өсөн бик шәп ваҡыт.
Игеҙәктәр
Осорҙо тыныс ҡына башларға кәңәш ителә. Һатып алыу һәм өй өсөн тауар һайлау бик уңайлы. Шулай уҡ, осрашыуҙан йә байрамдан баш тартырға кәрәкмәй.
Ҡыҫала
Аҙна ял итеү, рухи эҙләнеү һәм эске өмөтһөҙлөк менән көрәшеү өсөн яҡшы. Ваҡытты яҡындарығыҙға ла бағышларға мөмкин.
Арыҫлан
Билдәләнгән курсты дауам итеп, һеҙ теләгәнегеҙгә ирешәсәкһегеҙ. Эске тауышығыҙға нығыраҡ ышанығыҙ. Йәшәү көсө һеҙҙе ҡәтғи саралар күрергә һәм мөһим үҙгәрештәр индерергә этәрәсәк.
Ҡыҙ
Тиҙҙән финанс хәл тотороҡланасаҡ, әлегә сығымды контролдә тотоғоҙ. Ваҡыт аныҡ планлаштырыу, күңел тигеҙлеген тергеҙеү өсөн яҡшы.
Үлсәү
Һеҙҙә көслө етәкселек сифаты уяныр. Инициатива күрһәтегеҙ һәм тәбиғи һөйкөмлөлөгөгөҙҙө файҙаланығыҙ. Асыҡлыҡ һәм ихласлыҡ икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәтте юғары кимәлгә күтәрергә ярҙам итәсәк.
Саян
Яңы партнерҙар йәлеп итеү һәм килешеү төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Уңышҡа өлгәшеү өсөн күп көс һәм ныҡышмалыҡ талап ителә.
Уҡсы
Яҡын кешегеҙ менән яңы уртаҡ шөғөл табырға тырышығыҙ. Был үҙ-ара аңлашыу килтерәсәк. Көсөгөҙҙө ваҡ-төйәккә әрәм итмәгеҙ, иғтибарығыҙҙы ысын һәм һиҙелерлек һөҙөмтә биргән эшмәкәрлеккә йүнәлтегеҙ.
Ылаҡ
Осор аҡса эшләү менән әүҙем шөғөлләнгәндәргә уңыш вәғәҙә итә. Тырышлыҡ күрһәтегеҙ, һөйкөмлөлөгөгеҙ һиҙелерлек артыр. Ваҡытты башҡаларҙа дөрөҫ тәьҫорат ҡалдырыр өсөн файҙаланығыҙ.
Һыуғояр
Һеҙ төрлө буталсыҡ хәлдән сығыу юлын табырһығыҙ. Ижади ҡараш һәм һиҙемләү ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итер. Үҙ-ара ихтирам уңышлы диалог өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
Балыҡ
Яҡындарығыҙға иғтибар кәрәк. Ғаиләгеҙгә яратыуығыҙҙы күрһәтер өсөн бәләкәй байрам ойоштороғоҙ. Үҫешкә аҡса һалыу өсөн уңайлы осор.