

«Мәләүез һыра заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән продукция район-ҡалала, республикала ғына түгел, илдең башҡа төбәгендә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
«Нөгөш» маркаһы аҫтында сығарылған юғары сифатлы кеүәҫ, лимонад, минераль һәм эсәр һыу, һыраны, завод етештергән ярымфабрикаттарҙы, кондитер изделиеларын, икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтарын халыҡ яратып ала. Уларға иһә мәҡәләбеҙ геройы Мәүлиҙә Исмәғилева кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған уңған кешеләрҙең тырышлығы һалына.
Бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һәр иртәлә хеҙмәт урынына ашҡынып килеүен һөнәрен яратыуы менән бәйләй.
- 2003 йылда бында ваҡытлыса тип килгән ерҙән тороп ҡалған кеше мин, - тип йылмая әңгәмәсем. - Ул саҡта егерме өс йылым ошонда үтер тип күҙалламай ҙа инем. Шулай ҙа, бер ҡасан да үкенгәнем булманы: башҡарған эшем яуаплы булһа ла, үҙемә бик оҡшай. Коллективтағы хеҙмәттәштәрем дә һәйбәт.
Аҙыҡ-түлек етештереү линияһы операторы, минераль һыу һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү цехында эшләгән Мәүлиҙә Хәбир ҡыҙы әлеге заводҡа ғүмеренең байтаҡ өлөшөн арнаған тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН: "Дәүләт илдә етештерелгән продукцияға ихтыяжды стимуллаштырыусы проекттарға ярҙам итеүен дауам итәсәк. Шулай уҡ, Рәсәй «үҙ-үҙенә бикләнергә» йыйынмай һәм сит ил партнерҙары менән үҙ-ара файҙалы альянстар үҫтерәсәк".
Райондың "Һуғыш балалары" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ғәлиә КӘРИМОВА:
- «Мәләүез һыра заводы» етештергән «Нөгөш» маркалы юғары сифатлы кеүәҫ, лимонад, минераль һыуҙы, ярымфабрикаттарҙы, кондитер изделиеларын яратып һатып алам. Башҡаларға ла үҙебеҙҙекен һатып алырға кәңәш итер инем. Сифатына ла шикләнмәйһең, шуныһы бигерәк мөһим.