

Ошо көндәрҙә ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Оҙаҡ йылдар дауамында район-ҡаланы, республиканы ғына түгел, тотош Рәсәйҙе эшсе ҡулдар менән тәьмин иткән белем биреү учреждениеһы үҙе уҡытып сығарған белгестәре менән ғорурлана.
Илдең аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы кадрҙарға мохтажлыҡ кисергән осорҙа, 1961 йылдың 5 майында, ҡаланың шәкәр заводында Күмертау тау-механика техникумы филиалы асыла. 1966 йылда техникум үҙендә белем алған тәүге белгестәрен сығара. Унда уҡырға инергә теләүселәр һаны йылдан-йыл арта, яңы һөнәрҙәр, йүнәлештәр асыла. Белем биреү учреждениеһы алтмыш биш йыл эсендә бөтәһе ун ете меңгә яҡын белгес әҙерләй. Шулай уҡ һөнәри оҫталығын арттырғандар, өҫтәмә белем алғандар ҙа бихисап.
Уның үҫеш нигеҙендә булдыҡлы етәкселәрҙең һәм коллективтың тырыш хеҙмәте ята.
Йәшәйеш менән бергә уҡыу йорто ла үҙгәрә. Төрлө йылдарҙа уның менән булдыҡлы, тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған кешеләр етәкселек итә.
2015 йылда колледжға Көйөргәҙе районы Маячный, Күгәрсен районы Мораҡ ауылдары филиалдары ҡушыла.
Бөгөн заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған колледжда студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлы шарт бар. Ул белем алыу өсөн ныҡлы матди-техник базаһы, оҫтаханалары һәм һөнәри үҫеш майҙансыҡтары, дөйөм ятағы менән район-ҡала мәктәптәрен тамамлаусыларҙы ғына түгел, ситтә йәшәгәндәрҙе лә йәлеп итә. Унда илдең төрлө төбәгенән килгәндәр бар.
Бөгөн студенттар остаздары менән бергә «Һөнәрмәндәр», «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ хәрәкәттәрендә, «Киләсәккә билет» проектында, спорт һәм мәҙәни сараларҙа, конкурс, олимпиадаларҙа, профсоюз һәм ирекмәнлек эшендә әүҙем ҡатнаша.
Алтмыш биш йыл эсендә ун ете меңгә яҡын белгес әҙерләп оло тормош юлына сығарған педагогтар араһында ҡасандыр ошо колледжды тамамлағандар ҙа бихисап. Белем биреү учреждениеһының алтын фондын унда төрлө йылдарҙа эшләгән ветерандар тәшкил итә. Тап улар уҡыу йортоноң данын булдырған, йәш хеҙмәттәштәрен эшкә өйрәтеп, үҙ тәжрибәһен тапшырған.
Колледжды күркәм юбилейы менән ҡотлап, хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артыуын аңлағандарҙың һәм унда уҡырға инергә теләгәндәрҙең һаны тағы ла артыуын теләйбеҙ.
Владимир ПУТИН: «Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы һәм хеҙмәт баҙарында ихтыяжы арта. «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә яңы белем биреү учреждениелары асыла һәм булғандары яңыртыла, уларҙың матди-техник базаһы яҡшыра, квалификациялы, конкуренцияға һәләтле эшсе, хеҙмәткәр һәм урта белемле белгестәр әҙерләүҙең заманса стандарттары формалаша».
Фәнис БИКТАШЕВ, әүҙем йәмәғәтсе, танк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе ветерандары ойошмаһы рәйесе: Бөгөн эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ ҙур. Белгестәр әйтеүенсә, уҡытыусы, юрист, иҫәпсе, табиптарға ҡарағанда, эшсе һөнәр эйәләренә хеҙмәт урындары табыу күпкә еңел.
Күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжын тамамлаған студенттарҙың белеме лә, уларҙың тырышлығы ла республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә юғары баһалана.