Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Мая , 02:05

Булдыҡлы башҡорт ҡыҙы ул

Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан «ПАНДA» ҡәһүәханаһы хужабикәһе Алина Сәғитова менән әңгәмәләшкәндә, уның эшмәкәрлегенең матди килем алыуға ғына түгел,  тәрбиәүи маҡсатҡа ла ҡоролғанын аңланым.

Булдыҡлы башҡорт ҡыҙы улБулдыҡлы башҡорт ҡыҙы ул
Булдыҡлы башҡорт ҡыҙы ул

Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан «ПАНДA» ҡәһүәханаһы хужабикәһе Алина Сәғитова менән әңгәмәләшкәндә, уның эшмәкәрлегенең матди килем алыуға ғына түгел,  тәрбиәүи маҡсатҡа ла ҡоролғанын аңланым.

- Һөнәрем буйынса журналист булһам да, университетта уҡыған саҡта уҡ үҙ эшемде асыу хаҡында хыяллана торғайным, - ти Алина үҙе. Студент ваҡытында ул бер йыл Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһында ҡытай телен өйрәнә. Ҡәһүәханаһының исеме хаҡында һөйләшкәндә, ул үҙенең пандалар яратыуы, Ҡытайҙа саҡта уларҙы күрер өсөн махсус урындарға йөрөүе, панда төшөрөлгән сумка һатып алыуы хаҡында һөйләне. Әлеге ҡәһүә - барҙың атамаһы тап шулар менән бәйле икән.

«Ни өсөн тап ҡәһүәхана асырға булдың һуң?» тигән һорауға Алина:

- Халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеү теләге көслө ине, - тип яуап ҡайтарҙы.

Ысынлап та, бөгөн йәмғиәт яйлап үҙгәрә бара. Бынан бер нисә йыл элек урам һәм паркта һыра һемереп ял итергә күнеккән йәштәрҙе сәйхана кеүек урындарҙа сәй, һут һәм ҡәһүә эсә, сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк биргәндәр алмаштыра.

Өй йылыһы һаҡлаған «ПАНДA»ның дизайнын Алина үҙе уйлап таба, һөҙөмтәлә биҙәлеше яғынан үҙенсәлекле генә, башҡаларҙы ҡабатламаған ҡәһүәхана килеп сыға. Бөгөн унда ингән һәр кем ҡәһүәнән башҡа төрлө сәй, һут, лимонад, эҫе шоколад, какао менән һыйланып сыға. Әйткәндәй, унда ҡәһүәнең төрлө еләк-емеш һуты ҡушылған, кокос һөтө һәм хатта сыр һалынғанын да эсергә була. Кешеләр сыр ҡушылғанын айырыуса ярата икән. Һөт ризығына аллергия булғандар иһә кокос һөтө ҡуша. Ҡәһүә янына шунда уҡ етештерелгән тәмле вафля, шулай уҡ сэндвич, ходдог, шоколад алырға мөмкин.

- Ҡәһүәхана асырға йөрөгән саҡта, икенсе төрлө йүнәлеш һайлағыҙ, тигән һүҙҙәр менән хыял ҡанатын һындырырға тырышҡандар байтаҡ булды. Бөгөн иһә ул күптәрҙең яратҡан урыны. Беҙгә төрлө йәштәге кеше килә. Кемдер иртәһен тәмле ҡәһүәһенән башларға, яҡындары һәм дуҫтары менән аралашырға теләһә, яңғыҙлыҡтан арыныр өсөн инеп сыҡҡандар ҙа юҡ түгел, - ти Алина Әнүәр ҡыҙы.

Киләсәктә үҙ эшен яңыса алымдар менән киңәйтергә теләй йәш эшҡыуар. Уның ғәмәлгә ашыраһы пландары ла байтаҡ. Уға уңыштар теләйек! 

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас