- Әҙер бул!
- Һәр ваҡыт әҙер!
19 майҙа балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашлығында Балалар ойошмалары көнөнә арналған квест-уйын үтте.
"Рәсәй бөркөттәре", "Башҡортостан пионерҙары" һәм "Беренселәр хәрәкәте" командаларына тупланған уҡыусылар үҙ һәләтен күрһәтте. Улар квест станцияларында арҡа буйлап үрмәләне, 3D-фигура моделдәрен эшләне, төрлө уйын уйнаны, эко-һынау үтте һәм флешмобта ҡатнашты. Уйын майҙансығында дуҫлыҡ, берҙәмлек, команда рухы хөкөм һөрҙө.
Сара һуңында иң-иңдәр - сос һәм етеҙҙәр мәғариф идаралығы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Киләсәктә улар илдең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булыуына ышанабыҙ!
Автор фотолары.