

Ли Олег Александрович 1994 йылдың 18 апрелендә Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Ангрен ҡалаһында тыуған. «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетын (бакалавриат) һәм «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (магистратура) тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Көйләүсе йоғонтоно баһалау департаментының баш белгес-эксперты булып башлай.
2018-2019 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Дәүләт идаралығы, суд системаһы, дәүләт граждан хеҙмәте өлкәһендә бюджет сәйәсәте департаментының баш белгес-эксперты, консультанты.
2020-2021 йылдарҙа – «Росэксимбанк» акционерҙар йәмғиәтенең проект офисы эксперты, өлкән эксперты.
2021-2022 йылдарҙа – проекттар етәксеһе, «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың «Яһалма зиһен» федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса экспертиза үҙәге төркөмө етәксеһе.
2022-2024 йылдарҙа – «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетының Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма зиһенде үҫтереү милли үҙәге төркөмө етәксеһе.
2025-2026 йылдарҙа – «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың Яһалма зиһенде үҫтереү үҙәге кәңәшсеһе.
Материал һәм фото: https://glavarb.ru/ba/news/event/oleg-li-bashortostan-hkmte-premer-ministry-urynbaary-itep-tyenlnde/#photo