

Яҙыусының ҡыҙҙары йыл һайын аталарының тыуған көнөндә ҡайтып, балаларға Динис Бүләков исемендәге премия тапшыра.
Быйыл Динис Бүләков исемендәге район премияһының еңеүселәре тип Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәптең 9 класс уҡыусыһы Ильнара Кашафутдинова һәм Мәләүез районының “Көнгәк” ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Минихәйер ҡыҙы Салауатова билдәләнде. Ҡатнашыусылар дипломы менән Мәләүез районының “Көнгәк” ижтимағи-сәйәси гәзите эшмәкәре Динә Рөстәм ҡыҙы Ишмәтова, Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбенең директоры Мораҙым Булат улы Шаһманов һәм Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбенең 6 синыф уҡыусыһы Денис Йәберҙин бүләкләнде.
Сарала шулай уҡ Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ғилми сәркәтибе Айгөл Кужахмәтова, Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Алина Байегетова, Динис Бүләков музейының ойоштороусыһы һәм төп һаҡлаусыһы Альмира Шәрипова һәм рәссам, Башҡортостан рәссамдары союзының ағзаһы Нелли Аҡсурина ҡатнашты.
Сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ