Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Май , 01:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 май)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 май)Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 май)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (25 - 31 май)

Ҡуҙы
Эштә үҙ аллы хеҙмәт ҙур файҙа килтерер. Һөнәри үҙгәреш тураһында уйланырға ваҡыт, яңы үҫеш юлын эҙләгеҙ.

Буға
Үҙгәреүсән шартҡа яраҡлаша белеү бик файҙалы булыр. Әүҙемлек күр­һә­теп, һеҙ яҡшы һөҙөмтәгә ирешә алырһығыҙ. Ләкин астрологтар иғтибарҙы аҡса эш­ләү сығанағына йүнәлтергә кәңәш итә.

Игеҙәктәр
Әгәр һиҙемләүгә таянып эш итһәгеҙ, һеҙ иҫ киткес уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Эске тауыш һеҙ­ҙең иң яҡшы кәңәшсегеҙ буласаҡ. Иң мөһиме - үҙ юлығыҙ менән барыу.

Ҡыҫала
Йондоҙҙарҙың урынлашыуы хыялы­ғыҙҙың тормошҡа ашыуын раҫлай. Ошо мәлде мөхәббәттә һәм финанста позицияларығыҙ­ҙы нығытыу өсөн ҡулланығыҙ.

Арыҫлан
Осор яңы хис-тойғо килтерәсәк. Кө­төл­мәгән сәфәр йәки командировка булыуы мөм­кин, ул ҡыҙыҡлы танышыу бүләк итәсәк. Йон­доҙҙар­ҙың йоғонтоһо көсәйеүе һө­нәри баҫҡыс буй­лап хәрәкәт итеү өсөн бик яҡшы шарт бул­дырасаҡ.

Ҡыҙ
Аҙнала хәстәрлек һәм әүҙемлек күрһәтергә кәрәк. Ныҡ арыһағыҙ ҙа, мәл үҙең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо килтерәсәк. Һеҙ, ни­һа­­йәт, оҙаҡ хәл ителмәгән мәсьәләне асыҡ­лар­һығыҙ.

Үлсәү
Эшкә һәләтлелегеҙ менән эштә лә, өйҙә лә уңышҡа өлгәшә алырһығыҙ. Планды үҙгәртә алырлыҡ хәбәр булыуы мөмкин. Кеше менән уртаҡ тел таба белеү килешеү төҙөргә ярҙам итәсәк.

Саян
Уңыш һеҙҙең яҡта. Бынан алдағы, хатта өмөт­һөҙ булып күренгән проекттар тәүге һиҙелерлек һөҙөмтә һәм килем килтерә баш­лаясаҡ.

Уҡсы
Кисектерелгән бурысҡа кире ҡайтырға ваҡыт. Эш бәхәстәрен хәл итеүҙә тәжрибәле хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Ылаҡ
Эшкә етди ҡараш хуплана, ләкин шәхси тормош тураһында онотмағыҙ. Хатта бер аҙ пландан арынып китеү ҙә ҡыҙыҡлы танышыу бүләк итергә мөмкин. Күңел яңыртыу талап итәсәк. Йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ һәм ул нисек ҡуша, шулай эшләгеҙ.

Һыуғояр
Осор бөтә яҡтан да уңышлы булыр­ға вәғәҙә итә. Был мәлде алдан планлаштырыл­ғанды тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланығыҙ.

Балыҡ
Тормош иптәшегеҙгә ваҡыт бүлергә онотмағыҙ. Бергәләп ял итеү йылы мөнәсәбәт булдырырға һәм бәйләнеште тергеҙергә ярҙам итер.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас