Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Май , 01:30

Көләмәс. Балыҡтан

   

Көләмәс. БалыҡтанКөләмәс. Балыҡтан
Көләмәс. Балыҡтан

Бер ир балыҡтан иҫе китеп ҡайтҡан. Ҡатынына:
— Үәт, әй! Була ла инде шууул хәтлем һаран кешеләр, иҫ китә лә ҡуя!!! Егеттәр менән алдан "кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай" тип килешкәйнек. Нисек булды тиһең? Шәкирҙең ҡармаҡ сыбығы һынырҙай булып тартыла, балығы ҡапҡан бит инде, ә ул иҫе лә китмәй ултырған була! Ғарифын әйтәйем! Тфү! Ҡалҡыуысы батҡан, күренмәй! Ә ул, һаран, күрмәмешкә һалышып ултыра. Аптыраҡ! Шул хәтлем һарандар!.. Шул хәтлем...
— Ә һинекенә ҡаптымы һуң? — тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
— Мине алйот тиһеңме, бисәкәй?! Мин вапщы ҡармаҡҡа селәү ҙә кейҙермәнем!!! — тип яуаплай ир.
Йылмай!

Автор:
Читайте нас