Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Май , 13:32

Аҙналыҡ йондоҙнамә (1-7 июнь)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (1-7 июнь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (1-7 июнь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (1-7 июнь)

Ҡуҙы
Дөрөҫ мөхит булдырыу финанс тотороҡлоғон нығытырға ярҙам итер. Мат­­ди уңыш күп осраҡта хеҙмәттәштәрегеҙ­гә бәй­ле. Һөнәри мәсьәлә аҙна буйы тыныслыҡ бирмәйәсәк.

Буға
Яңы килем сығанағын эҙләү өсөн уңайлы мәл. Эш хаҡы тураһында етәкселек менән фекер алы­­шыу кәрәк, ул башланғыстарығыҙҙы хуп­лар.

Игеҙәктәр
Ғаилә бәйләнешен нығытыу өсөн яҡшы осор. Аҡса мәсьәләһен көйләүгә яраҡлы мәл. Файҙаны ҡулдан ысҡындырмайым тиһәгеҙ эш йә­ки бизнес буйынса тәҡдимдәргә иғ­ти­бар­лы булығыҙ.

Ҡыҫала
Карьера мөмкинлеге үҫә. Ышанысһыҙлығы­ғыҙ­ҙы ситкә ташлағыҙ, мөмкинлекте иғтибар­һыҙ ҡалдырмағыҙ. Яңы бәйләнештәр фай­ҙалы булыр.

Арыҫлан
Ҡаҙаныштарығыҙ етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмаясаҡ, эш хаҡын арттырыу тураһында һөйләшеү булыуы ихтимал. Яңы вазифа алырға көсөгөҙ булһа, ризалашығыҙ.

Ҡыҙ
Ижади көстөң ташыуын һиҙер­һе­геҙ. Аралашыу файҙалы мәғлүмәт килте­рә­­сәк, ә ижади хеҙмәткә йүнәлтелгән эшегеҙ сәғәт ме­ха­низмы кеүек барасаҡ.

Үлсәү
Дуҫтар йәки туғандар ярҙамында фи­нанс файҙа алырға мөмкин. Һеҙҙе күңелле бү­ләк һәм көтөлмәгән хәл көтә. Шәхси тормошта үҙгәреш һәм һатып алыу өсөн яҡшы мәл.

Саян
Әгәр яҡынығыҙға ышанһағыҙ, ҡатмарлы мә­сьәләне хәл итеү юлы тиҙерәк табы­лыр. Яратҡан кешегеҙгә ҡарата эскерһеҙ хис күр­һәтегеҙ: ябай хәстәрлек һәм йы­лы­лык мө­һим.

Уҡсы
Эске көс һөнәри өлкәлә уңышҡа ире­шергә һәм етәксе яғынан ышанысты ны­ғы­­тыр­ға яр­ҙам итәсәк. Күтәренке кә­йеф һаҡ­ла­һағыҙ, мәсьә­­ләләр уңыш­лы хәл ителәсәк.

Ылаҡ
Элекке таныштарығыҙ килеүе ихтимал. Улар­ҙы уңайлы шарттарҙа ҡаршы алыр өсөн, алдан әҙер­ләнегеҙ. Нимәлер беренсе тапҡырҙан ки­леп сыҡмай икән, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.

Һыуғояр
Ауыр мәсьәләләр осоро артта ҡала, аҙнала тыныслыҡ көтә. Мәлде ял итеү һәм көс йы­йыу өсөн фай­ҙаланығыҙ.

Балыҡ
Күптәнге хыялды тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы мәл. Мөхәббәт өлкәһендә уңышлы осор: парҙарҙың мөнәсәбәте ышаныслыраҡ, ә яң­ғыҙ­ҙарҙы ҡыҙыҡлы танышыу көтә.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас