Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Июня , 15:57

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен 95 процентҡа тамамлаған

1 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәһендә сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлаған тиерлек. Яҙғы культуралар планлаштырылған майҙандарҙың 95 процентында сәселгән – был яҡынса 1,9 миллион гектар, шул иҫәптән 1 миллион гектар самаһы бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. 2026 йылда иң ҙур майҙандар – Баймаҡ, Илеш һәм Стәрлетамаҡ райондарында.

Бынан тыш, 707 мең гектарҙы майлы культуралар сәсеүлектәре биләй. Илшат Фәзрахманов, был совет осоронан һуңғы осорҙа иң юғары күрһәткес, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә шәкәр сөгөлдөрө 40 мең гектарҙа ултыртылған.

Хужалыҡтарҙа химик утау һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеүҙе дауам итәләр, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү эше башлана, тип өҫтәне министр.

Баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн төбәк аграрийҙары ауыл хужалығы машиналарының техник паркын яңырта. Мәҫәлән, 2026 йыл башынан 5,5 миллиард һумға 845 берәмек техника һатып алынған.

Башҡортостан Башлығы ауыл халҡына яҙғы сәсеү осорондағы күләмле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ агромиҙгелдең беренсе этабын үттек. Ул еңел булманы, әммә сәсеү майҙандары буйынса план күрһәткестәрен үтәүгә өлгәштек. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Аграрийҙарыбыҙға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем.
Фото һәм материал: https://glavarb.ru/ba
Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен 95 процентҡа тамамлаған
Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен 95 процентҡа тамамлаған
Автор:
Читайте нас