Яңылыҡтар
2 Июня , 03:05

Айыу килеп сыҡҡан

Был хәл Күгәрсен районында булған. 

Айыу килеп сыҡҡанАйыу килеп сыҡҡан
Айыу килеп сыҡҡан

Күгәрсен районында урындағы халыҡ айыуҙы яҡындан күргән. Осрашыуҙы видеоға төшөргәндәр. «БашПрирода» ТГ-каналында урынлаштырылған ролик авторы раҫлауынса, тайыштабан биш метр алыҫлыҡтағы ҡыуаҡлыҡта осраған.

- Айыу кеше йәнле булып сыҡты, шуға күрә осрашыу күңелһеҙ эҙемтәләрһеҙ тамамланды, - ти урман хужаһына тап булыусылар.

Бынан алда Башҡортостанда йыл һайын төп ҡырағай хайуандарҙы иҫәпкә алыуға йомғаҡ яһалды: мышы, ҡоралай һәм бүреләр күбәйгән.

Ляйсан Закирова.

Башинформ.

 
Автор:
Читайте нас