Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Июнь , 05:26

Аҙналыҡ йондоҙнамә (8-14 июнь)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (8-14 июнь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (8-14 июнь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (8-14 июнь)

Ҡуҙы
Осор уңайлы һәм һөҙөмтәле була­саҡ. Йондоҙҙар борсолоуҙы ситкә таш­­лап, хәл-ваҡиғаға ыңғай ҡарарға кә­ңәш итә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн ва­ҡыт­ты тулы­һын­са эшкә бағышларға кәрәк­мәй.

Буға
Тиҙҙән килемле контракт төҙөүгә йә премия алыуға иҫәп тота алаһығыҙ. Осрашыу, сәйәхәт ойоштороу һәм сауҙа эшмәкәрлеген баш­ҡарыу өсөн бик яҡшы ваҡыт.

Игеҙәктәр
Фекерҙәштәр менән йыйылығыҙ, был һеҙгә файҙа килтерәсәк һәм көс өҫтәйәсәк. Ауырлыҡтан ҡурҡмағыҙ: хәл-ваҡиғаға яраҡлаша белеүегеҙ арҡаһында барыһын да еңеп сыға алаһығыҙ.

Ҡыҫала
Осор финанс мәсьәләһе өсөн уңайлы: отош­ло килешеү төҙөргә йәки бик кәрәкле әйбер һатып алырға мөмкин. Аҙна үҙ-үҙеңде тәрбиә­ләү, эске үҫеш, тыныс ял итеү, ғаилә ме­нән ихлас һөйләшеү өсөн уңайлы.

Арыҫлан
Эштә бөтә команда өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе шәп һөнәри мөмкинлек көтә. Ниһайәт, һеҙ етәксенең ышанысын, хөрмәтен яуларһығыҙ.

Ҡыҙ
Һиҙемләүегеҙгә иғтибар итегеҙ, ләкин тулы­һынса осраҡлылыҡҡа таянмағыҙ. Үҙегеҙгә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙға ваҡыт бүлегеҙ. Йон­доҙ­ҙар алыҫ сәйәхәттә уңыш вәғә­ҙә итә.

Үлсәү
Осор аҡса эшләү өсөн яңы мөмкинлек килтерә. Көсөгөҙҙөң күтәрелеүе планлаштырыл­ған бөтә нәмәне уңышлы тормошҡа ашы­рырға ярҙам итәсәк.

Саян
Ҡыҫҡа сәйәхәт тойғоларҙы яңыртырға ярҙам итер. Яңы уй менән өйгә ҡайтып, ғаиләләге мө­һим мәсьәләне еңел генә хәл итерһегеҙ. Үҙегеҙгә бер аҙ ваҡыт бүлегеҙ: күптән кисектерелгән эште башҡарығыҙ.

Уҡсы
Һәр башланғысығыҙҙың уңышҡа өлгәшеү өсөн яҡшы мөмкинлектәре бар. Әүҙем булы­ғыҙ, ҡарар ҡабул итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Был яңы бе­лем алыу, мәғлүмәт эҙләү, эшлекле ос­рашыу өсөн уңайлы осор.

Ылаҡ
Көтөлмәгән командировка булыуы йәки йо­ғонтоло шәхес менән осрашыу мөмкин. Был бәй­ләнеште үҙ мәсьәләгеҙҙе хәл итеү өсөн файҙаланығыҙ.

Һыуғояр
Әгәр һеҙ ҙур эш башҡарырға йыйынһағыҙ, бе­легеҙ: оҙайлы фекер алышыуға ваҡыт юҡ. Яҙмыш һеҙгә мөмкинлек бирә, шунда уҡ эш итегеҙ.

Балыҡ
Күберәк тышта йөрөгөҙ, мөмкин булһа, отпуск алығыҙ. Тирә-яҡ мөхитте үҙгәртеү һаулыҡҡа фай­­ҙа килтерәсәк, көс өҫтәйәсәк.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас