Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Июнь , 12:49

Радий Хәбиров дискуссияла ҡатнашты

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Тыныс тормош нигеҙе булараҡ рухи ҡиммәттәр һәм берҙәмлек» дискуссияһында ҡатнашты.

Радий Хәбиров дискуссияла ҡатнаштыРадий Хәбиров дискуссияла ҡатнашты
Радий Хәбиров дискуссияла ҡатнашты

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеүҙә, уларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыуында, шулай уҡ йәмәғәтселектең татыулығын һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ролен тикшерҙе.

Статс-секретарь – илдең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» фестивале хаҡында һөйләне. Башҡортостан был проектты тормошҡа ашырыу өсөн тәүге сағыу майҙансыҡ булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

– Фестиваль этабында Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәренән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәрен тәҡдим итте. Сәхнәлә берләшкән, үҙ мәҙәниәттәрен һаҡлап ҡалған һәм беҙгә яҡындары хаҡында хәтерҙе еткергән әсәләрҙе һәм ҡатындарҙы күреү айырыуса тулҡынландырғыс булды, – тине Анна Цивилева. – Был проект Рәсәй кимәлендә танылыу алыр һәм уны һәр федераль округта уҙғарырҙар, тип ышанабыҙ.

Дискуссияла сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү буйынса эштең нигеҙендә тап йәмғиәттең әхлаҡи принциптары һәм берҙәмлеге ята, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙ егеттәребеҙгә алғы һыҙыҡта ниндәй хаҡ түләргә тура килеүен аңлайбыҙ. Ирекле подразделениелар булдыра башлағас, мин, яугирҙарға рухи лидерҙар менән аралашыу мөмкинлеге бирергә кәрәк, тип уйланым. Беҙ Хәмзә хәҙрәт һәм отец Викторҙың подразделениеларға беркеттек – улар, үҙҙәре ҡоралһыҙ граждандар булһа ла, егеттәр янына бара. Икәүләшеп яугирҙарыбыҙға ярҙам итәләр, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды эшенең мөһимлеген билдәләне һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау – квалификациялы ҡараш һәм һәр кемгә һиҙгер мөнәсәбәт талап иткән ҡатмарлы мәсьәлә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Реабилитация – ауыр эш, һәм уны профессиональ рәүештә ойошторорға тейешбеҙ. Кешеләр фронттан ҡайта һәм төрлөсә йыуаныс эҙләй. Мәҫәлән, иптәштәрен юғалтҡан башҡорт батальондары яугирҙары бергә йыйыла, һәләк булғандарҙы иҫкә ала, – тине Радий Хәбиров. – Әммә яраланған, йәрәхәтләнгән, контузия алған кеше менән һөйләшер өсөн етди әҙерлек талап ителә. Яугирҙар күңеленә юл таба алырлыҡ белгестәр булыуы мөһим.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙарҙы реабилитациялау һәм эшкә урынлаштырыу өлкәһендәге яҡшы һөҙөмтәләрен билдәләне.

– Беҙ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса комплекслы эш ойошторҙоҡ. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәребеҙҙең дүрттән өс өлөшө эшкә урынлаштырылған да инде. Был беҙҙең яугирҙар тураһында дөйөм хәстәрлекте сағылдырған яҡшы күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта алда әле эштең күп булыуын, шул иҫәптән яраланғандар менән дә эшләргә кәрәклекте аңлайбыҙ, – тине республика Башлығы. – Һәм беҙ был йәһәттән башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Сығанаҡ:https://glavarb.ru/ba/news/
Автор:
Читайте нас