

Былтыр бында бөтәһе 2461 кеше тикшеренеү үткән. 298 тикшереү барышында 178 флюрография һәм 120 маммография һаулыҡ торошо ҡаралған. 98 осраҡтың 42-дә быға тиклем булмаған ауырыу асыҡланған. Был бик яҡшы күрһәткес.
Акция бик кәрәкле булып сыҡты һәм шунан башлап уның менән ҡыҙыҡһыныу арта ғына. Һәр кеше ваҡытында тейешле медицина ярҙамын күрергә тейеш. Беҙҙең районда “Һаулыҡ поезды” сираттағы эшен Тамъян ауылында башлап ебәрәсәк. Артабан ул Ҡыҙрай, Александровка, Восточный, Иштуған, Һарыш һәм Хәсән ауылдары халҡын ҡабул итәсәк.
Үҙәк район дауаханаһы баш врачы Илмир ҠОТЛОҒУЖИН “Һаулыҡ поезы” һаулыҡ һаҡлау системаһында кәрәкле һәм мөһим сара икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уның киләсәктә лә дауам ителәсәгенә ышандырҙы. Уның төп өҫтөнлөгө - урында сифатлы һәм заманса тикшерелеү үтеү, анализдар тапшырыу, һәм аҡ халатлылар десантының алдан төҙөлгән графикка ярашлы, тәғәйен тораҡ пунктҡа килеүе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ поездарының юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне:
«Һаулыҡ поезды» үҙенең кәрәклеген күптән иҫбатланы. Ул диагноз ҡуйып ҡына ҡалмай, артабан дауаланыуға булышлыҡ итә. Был ышаныс һәм хәстәрлек проекты, ул инде ете йыл дауамында иҫбатлай: һәр кемдең һаулығы – ҡиммәтле.
«Һаулыҡ поезды» акцияһын күп йылдар ойошторабыҙ. Уны юғары кимәлдә башҡарыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Был бигерәк тә республиканың алыҫ райондарында йәшәүселәр өсөн мөһим һәм һаулыҡты контролдә тотоу мөмкинлеге бирә. Был акцияға республиканың иң ҙур медицина учреждениеларын һәм БДМУ-ны, шулай уҡ тәжрибәле белгестәрҙе йәлеп итегеҙ. 2030 йылға төбәктә ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға тейешбеҙ. Ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалау беҙҙең эштә төп маҡсат булып ҡала. Был акция мотлаҡ дауам итәсәк”.
Гөлназ САЛАУАТОВА.