Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Июня , 08:45

Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте

Бөгөн ҡаланың «Спартак» стадионында «Союзпромптица» кубогына футбол буйынса Төбәк-ара үҫмерҙәр турниры үтте.

Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үттеМәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте
Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте

Бөгөн ҡаланың «Спартак» стадионында «Союзпромптица» кубогына футбол буйынса Төбәк-ара үҫмерҙәр турниры үтте. Мауыҡтырғыс матчты үҙ продукцияһын «Индюшкин» бренды менән һатыусы «Союзпромптица» компанияһы ойошторҙо.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы күренекле спортсы, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова, футбол буйынса «Спартак» командаһы составындағы Рәсәй чемпионы, 2014 йылғы донъя чемпионатында, 2012 һәм 2016 йылдарҙағы Европа чемпионаттарында ҡатнашыусы Денис Глушаков, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Горев, «Союзпромптица» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Андрей Ковалев сәләмләне.
Мәртәбәле ҡунаҡтар командаларға уйын барышында уңыштар һәм киләсәктә лә спортҡа тоғро ҡалыуҙарын теләне.
Рима Баталова спорт үҫешенә үҙ өлөшөн индергәндәргә Дәүләт Думаһы физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Спорт сараһын асып, тупты беренсе булып тибеү хоҡуғы Рима Баталова менән Денис Глушаковҡа бирелде. Был һөжүм көсөргәнешле ярыштың башы булды.
Футбол турнирында Мәләүез, Өфө ҡалалары һәм Ырымбур өлкәһе футбол командалары ҡатнашты. Спортсыларҙы уларҙың яҡын кешеләре һәм стадионға йыйылған көйәрмәндәр ҡеүәтләне.

Автор фотоһы.

Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте
Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте
Мәләүездә үҫмерҙәр футбол турниры үтте
Автор:
Читайте нас