“Бындай дауыл биш-алты йыл элек кенә булғайны, унда бер-ике өйҙөң ҡыйығы ғына емерелгәйне. Быйылғыһы күп ҡаза килтерҙе. Ялағай яҡтыһы төнө буйы яҡтыртып торҙо. Ҡурҡыуҙан төнө буйы йоҡламаныҡ”, - ти ауылда йәшәгән танышым.