Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Июнь , 14:00

Мин иремә хыянат иттем

Уның ағаһы менән. Нишләргә? Ғүмер буйы был серҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкәме?

Мин иремә хыянат иттемМин иремә хыянат иттем
Мин иремә хыянат иттем

Хәҙер инде ағаһында кейәүҙәмен. Ә баламдың атаһы кем икәнен бер кем белмәй... Беҙ ирем менән бик насар йәшәнек. Ҡәйнә-ҡайны өйөндә йәшәү еңел булманы, мин, ысынлап та, бик нервыла инем. Беҙ ирем менән һәр ваҡыт талаша инек, ул эштән ҡайтып кермәне, миңә лә һалҡынайҙы... Ә уның ағаһы — уның ҡапма-ҡаршыһы. Ул һәр ваҡыт йәнәшәлә булды, тыңланы, ярҙам итте. Бер ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡ башҡа хистәргә әүерелә башланы. Беҙ икебеҙ ҙә нәмә эшләгәнебеҙҙе аңлай инек, һәм шул көндө икебеҙ ҙә туҡтай алманыҡ...
Бер айҙан һуң мин ауырға ҡалғанымды аңланым. Ирем, йөклө булыуымды белгәс, ҡапыл ғына миңә яҡыная башланы. Ул баланы ла бик көткәнен әйтә ине. Миңә бик ауыр булды. Бер көндө әйберҙәремде йыйҙым да сығып киттем. Билдәле, иремә ағаһы тураһында бер ни һөйләмәнем. Бер аҙҙан ағаһы менән мөнәсәбәттәрҙе яңынан башланыҡ, ул баланы үҙенеке кеүек ҡабул итте... Дөрөҫлөктө бер кем белмәй. Бала ике иргә лә оҡшаған. Баланың атаһы кем булыуын асыҡлау өсөн тест эшләтергә ҡурҡам. Ләкин миңә әйтмәй ҙә уны берәрһе яһатырға мөмкин бит. Нишләргә? Ғүмер буйы был серҙе бер кемгә лә һөйләмәҫкәме?

Автор:
Читайте нас