

«Беҙҙең һәр йыр дөрөҫ юл һайлау тураһында. Беҙ күптән бишек йыры яҙҙырыу тураһында хыялландыҡ, әлеге ваҡытта әҙерләйбеҙ, — тип уртаҡлашты төркөмдөң музыканты Руслан Шәйхитдинов. — Тиҙҙән ишетерһегеҙ тип ышанам». Беҙҙең уңыш сере — ихласлыҡта, ти музыканттар. Улар һәр йырын «Урал батыр» эпосы буйынса мюзикл итеп күрә. «Беҙҙең сер — асыҡ күңел менән эшләүебеҙҙә, кешеләр быны бик ныҡ тоя. Нимәлер ысын күңелдән эшләнһә, ул йөрәктәргә барып етә, — тип билдәләне музыкант. — Һуңғы йылда беҙ илдең төрлө ерҙәрен урап сыҡтыҡ, беҙҙең концерттарыбыҙҙы яңы атларға өйрәнгән сабыйҙар ҙа, 80 йәшлек ҡарттар ҙа тамаша ҡылды».
Музыканттар Башҡортостандағы иң яратҡан урындары хаҡында һөйләне. Төркөм солисы Адель Шәйхитдинова Ирәмәлгә күтәрелергә яратыуын һөйләне, ҡыҙ шулай уҡ Өфөлә Салауат Юлаев баҡсаһындағы аҫылмалы күперҙә йыш ял итә. Бынан тыш, йырсылар Салауат Юлаев һәйкәленең тарихи урынына ҡайтарылыуын түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен билдәләне.
Музыканттар балаларға ата-әсәһен тыңлауын, хөрмәт күрһәтеүен теләне.
Инсаф Хужабиргәнов.
Фото: Валерий Шахов.