

Бөгөн Мәләүез мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә район-ҡала мәктәптәрен алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары өсөн тантаналы сара үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин иң тырыш уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, киләсәктә уңыштар теләне.
Район етәксеһе ҡулынан беренсе дәүләт наградаһын алыу бәхете белем биреү учреждениеларын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егет-ҡыҙҙарға тәтене.
Йыр-моң менән үрелеп барған миҙалсылар байрамы сағыу һәм иҫтәлекле байрамға әйләнде. Ата-әсәләр исеменән Елена Мячина сығыш яһаны.
Мәктәптә тырышып уҡып, юғары һөҙөмтәгә ирешкән йәш замандаштарыбыҙҙың киләсәккә барыр юлы уң булһын.
Тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттең 27-се һанында буласаҡ.
Автор фотолары.