Көнгәк
+15 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Июня , 07:01

Власть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итә

Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда автозаправка станцияларында сират артыуы күҙәтелә. Яғыулыҡҡа бәйле хәл республика халҡы араһында иң йыш күтәрелгән темаларҙың береһе булды. Мәләүез дә был йәһәттән ситтән тороп ҡалманы.

Власть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итәВласть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итә
Власть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итә

Бензовоздарға йәшерен һунар башланды, АЗС-ты мониторинглау өсөн айырым водитель чаттары булдырылды. Ә был ваҡытта властар хәлде тотороҡландырыу өсөн ашығыс саралар индерҙе.

Проблеманы хәл итеү өсөн властар АЗС-ҡа яғыулыҡ поставкаһын арттыра. Башҡортостандың Сәнәғәт министры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, бензин килтереү күләме 2626 тоннанан 3500 тоннаға тиклем артты. Ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде: канистрға яғыулыҡ һатыуҙы тыйыу һәм бензинды бер тапҡыр биреү лимиты бер автомобилгә 30 литрҙан артыҡ түгел. Был саралар килешеү йөкләмәләре булған бюджет ойошмаларына һәм юридик шәхестәргә ҡағылмай. Коммуналь хеҙмәттәр, ашығыс ярҙам, янғын һүндереүселәр һәм полиция был тәңгәлдә ауырлыҡ кисермәй.

Машинанан ҡараш

Заправкаларҙа сиратта торған водителдәр төрлө хис кисерә. Бер яҡтан, улар хәлде тотороҡландырыуға йүнәлтелгән саралар кәрәклеген аңлай, әммә икенсе яҡтан оҙон сират һәм сикләүҙәр арҡаһында уңайһыҙлыҡтар кисерә. Мәҫәлән, заправкаларҙың береһендә шундай хәл булды: оло йәштәге ир, өйөнә барып етер өсөн булһа ла, бер нисә литр тултырыу өсөн үҙенең бәләкәй ОКА автомобилен пистолетҡа тиклем этеп килтерә. Ә бына икенсеһе канистрға 40 литр ҡойҙо. Моғайын, КОВИД заманында һатып алынған бер тоҡ ҡарабойҙай һәм тоҙ эргәһенә ултырталыр... Көлкөлө һәм күңелһеҙ хәл.

«Сират, ысынлап та, ҡайһы берҙә бик ҙур, әммә мин бының ваҡытлыса булыуын аңлайым. Иң мөһиме, минең сират еткәнсе яғыулыҡ булһын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты водителдәрҙең береһе. - Бензинды заправкалағы хаҡтан ике, ҡайһы берҙә өс тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа һатыусы спекулянттар барлыҡҡа килде».

Автоһәүәҫкәр, МХО ветераны Рәфис Сафин да алыҫ юлға сығыр алдынан машинаға яғыулыҡ тултырырға ҡарар итә, әммә бер нисә тиҫтә машинаға сират көтөргә һаулығы мөмкинлек бирмәй. Мәләүез районы сиктәренән сығып, күрше райондың АЗС-на барып етә. Баҡтиһәң, унда хәл тотороҡлораҡ, ул машинаға бер ниндәй ҙә проблемаһыҙ яғыулыҡ тултырған.

«Бы проблема – ваҡытлыса ғына, тип уйлайым, - ти Рәфис Сафин. - Паникаға бирелергә һәм спекулятив хәбәрҙәргә ышанырға кәрәкмәй. Республика хөкүмәте был мәсьәләне хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Был заправкаларҙа беҙҙең кеүек үк кешеләр эшләй, улар ҙа артыҡ көсөргәнеш сәбәпле уңайһыҙлыҡ кисерә. Барыһына ла аңлап ҡарарға кәрәк, һәр осраҡта ла канистрҙарға яғыулыҡ йыйырға кәрәкмәй. Ҙур ҡалаларҙа хәл тотороҡлана».

Перспективалар

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, властың бурысы – ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп һәм ажиотаж тулҡынын төшөрөү. Был хәл аҙна аҙағына тиклем хәл ителергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм халыҡты сабыр булырға саҡырҙы. Республика етәкселеге был проблеманы контролдә тота һәм логистиканы яҡшыртыу өҫтөндә эшләй.

Йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйбеҙ, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан етәкселеге халыҡты яғыулыҡ менән тотороҡло тәьмин итеү өсөн бөтә сараны ҡуллана. Водителдәр, үҙ сиратында, хәлде тиҙ арала хәл итеүгә һәм бензин заправкаларында сиратһыҙ ғәҙәти тормошҡа ҡайтыуға өмөтләнә.

Власть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итә
Власть һәм водителдәр яғыулыҡ дефицитын нисек хәл итә
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас