

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы старт ала.
Баш ҡалала бөгөндән балалар баҡсаһы өсөн түләү күләме үҙгәрә. Документҡа ярашлы, хәҙер көнөнә 192 һум ҡарала. Республикала әле иң түбән хаҡтар Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында -142 һәм 144 һумдан билдәләнә.
Өфө күперҙәрендә сикләү индерелә. Бөгөндән Затон һәм Дим күперҙәре аша йөк автомобилдәренә үтеү тыйыла.
Бөгөн Стәрлетамаҡтағы Техник урамындағы юл үткәргес ябыла.