Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Июль , 04:06

Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА: “ҠАЙТАМ!”

Йәш йырсы һеҙҙе моңло осрашыуға саҡыра Ҙур күҙле, етди генә өс йәшлек ҡыҙсыҡтың сәхнәләге тәүге аҙымдарын иҫләйһегеҙме? Ошо баланың Башҡортостандың сағыу йырсыларының береһе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, хатта донъя кимәлендә башҡорт мәҙәниәте илсеһе булып үҫеүенә шаһитбыҙ. Гәлсәр Байғусҡарова үҙенсәлекле стиле, сафлығы, милләтебеҙгә хас тыйнаҡлығы,  көслө моңо менән танылды. Мәскәүҙә ижад итһә лә, һәр саҡ тыуған яҡтарына ашҡына. Йырлы-моңло күстәнәстәре менән яҡташтарына талпынған йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Гәлсәр, һине кескәй сағыңдан беләбеҙ. Йылдар уҙған һайын яңы сифаттарың асыла, шул өс йәшлек бала бөтөнләй икенсе кешегә әүерелдеме? –  Әлбиттә, ижади һәм һөнәри яҡтан үҫтем, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылам. Әммә икенсе яҡтан, эйе, миндә һаман шул бәләкәс ҡыҙ йәшәй һәм ул әле лә Тыуған иленә оло һөйөүе тураһында йырлай. Башҡортостан-илгенәәм... (йырлап та ебәрҙе).

 

– Мәскәү, Санкт-Петербург, Прага, Женева тамашасылары йөрәген яулағанһың. Оло сәхнәләр, ҡайнар алҡыштар, мәртәбәле конкурстарҙа еңеү... Ә хәҙер -  Башҡортостандың район-ҡалалары буйлап «Ҡайтам» туры. «Ҡайтам» был һүҙ һинең өсөн нимәне аңлата? 

–  Ҡайтыу, тимәк, тамырҙарыңды хәтерләү, тәүге аҙымдарыңды онотмау, атай-әсәй тыуған тупраҡтан көс алыу. Шул тиклем яҡташтарымды һағындым! Ижадымды гел ҡеүәтләп торған, йырҙарымды яратып тыңлаған, социаль селтәрҙәрҙә йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыма рәхмәт әйткем килде. Шуға ла концертҡа инеү бушлай. Тамашала халыҡ яратҡан билдәле йырҙар ҙа, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Ҡурай, гитара, барабандар, саксофон оҙатыуында йырлаясаҡмын. Билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән халыҡ көйҙәрен башҡарасаҡ. Концертта тик күңел түренән сыҡҡан йырҙар ғына яңғыраясаҡ.

Концерттар турын 2 июлдә Мәләүез ҡалаһынан башлайһығыҙ. Ниндәй хис-тойғолар менән киләһең?   
 – Мәләүезде бик яратам, бала саҡтың ҡәҙерле хәтирәләре унда һаҡлана. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да туғандарым күп йәшәй. Бәләкәй саҡта гел атайымдың ағаһы Ғиниәт бабайҙарға бара торғайныҡ. Беҙ килеүгә бабайым мунса яғып, йәйен бәләкәй бассейнға һыу тултырып ҡуя торғайны. Мәләүез шул тиклем тыныс, кешеләре лә тыныс, ипле булып хәтерҙә ҡалған. Оло тулҡынланыу менән осрашыуҙы көтәм!

 – Социаль селтәрҙәреңде асһаң -  һәр ваҡыт эш менән мәшғүлһең. Тынғыһыҙһың, үҙеңә талапсанһың. Хатта бер көндәлек яҙмаңда: «Һәр көнөм мотлаҡ файҙалы эшкә бағышланырға тейеш, юғиһә күңел төшөнкөлөгөнә биреләм», тигәнһең. Был эшһөйәрлек ҡайҙан килә?

– Атайым (Зариф Закир улы Байғусҡаров – ред.) мине һәр ваҡыт тырышып эшләргә, бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәтте. Бала саҡтан буш ваҡытым булманы. Йә съемкаларҙа, йә концертта, йә уҡыуҙа булыуыма күнеккәнмен. Шул ғәҙәт ҡаныма һеңгән, эшһеҙ тора алмайым! (көлә).

– Илһам сығанағың?

– Мине уратҡан бар донъяла – тәбиғәттә лә, сәнғәттә лә, кешеләрҙә лә! Айырыуса үҙ эшенә тотош бирелгән, туҡтамай камиллашҡан, яңылыҡтарға ынтылған кешеләр ныҡ илһамландыра. Ижад тере хис-тойғолар тыуған ерҙә генә барлыҡҡа килә. Ваҡытында шул мәлде тоторға, уны ноталарға һалып өлгөрөргә кәрәк.  Шуға ла һәр йырымда күңелемдең бер өлөшө һаҡлана. 

– Тамашасыларҙы бер мөһим һорау ҡыҙыҡтыра: «Гәлсәрҙең йөрәге иреклеме?» Мөхәббәт тураһындағы йырҙарыңда кемдең образы сағыла?

– Йөрәгемде яуларҙай кешене тап итмәнем әле (оялсан йылмая). Яҡын киләсәктә осратырға өмөтләнгән яратҡаныма бағышлайым...

– Ун йылдан үҙеңде ниндәй итеп күрәһең?

 – Үҙемде Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙә һәм унан ситтә лә танылған артист итеп күрергә теләйем. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ бәхетен татығым килә. Үҙ ғаиләмде ҡорорға, балалар үҫтерергә өмөтләнәм. 

 – Гәлсәр, яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын! Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәң дә, онотма –  иң көслө алҡыштар, иң тоғро тамашасылар Башҡортостанда көтә! 2 июлдә Мәләүез ҡала мәҙәниәт йортонда осрашҡанға тиклем!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.

Фото шәхси архивтан.

Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА: “ҠАЙТАМ!”
Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА: “ҠАЙТАМ!”
Автор:
Читайте нас