

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Искәндәр Юлдашевты Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләне. Документ 2026 йылдың 2 июлендә көсөнә инде.
Искәндәр Юлдашев яңы вазифала Башҡортостан менән Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Төмән өлкәләре, Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ Уралда һәм Себерҙә башҡорт йәмәғәт ойошмаларының эшен координациялау өсөн яуап бирә.
Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев 1983 йылдың 9 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. Дәүләт власы органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында эшләү тәжрибәһе ҙур. 2006 йылда «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен белә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, шулай уҡ республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда һәм Рәсәй халыҡтары йортонда төрлө вазифаларҙа эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына етәксеһе, шулай уҡ Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы башҡарма директоры вазифаһын башҡара.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге яңы вәкиле төбәк-ара һәм милләт-ара хеҙмәттәшлек менән әүҙем шөғөлләнде. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы делегаты, ошо ойошманың почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Сығанаҡ: "Башинформ".
ФОТО: ОЛЕГ ЯРОВИКОВ | «БАШИНФОРМ» МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ АРХИВЫ.