Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Июля , 04:00

Хәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгә

Ауыл юлдары һәм заманса трассалар сатында көн һайын юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен күрәбеҙ. Был эш кенә түгел, ә сыҙамлыҡ, һөнәрилек һәм яҡташтар хаҡында хәстәрлек талап иткән мөһим һөнәр.

Хәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгәХәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгә
Хәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгә

Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе адресы күптәргә таныш: Мәләүез ҡалаһы, Юрматы урамы, 107. Был учреждениела оператив ҡарарҙар ҡабул ителә, юл торошона анализ яһала һәм экипаждарҙың урындағы эше көйләнә.

Ҙур байрамдар һәм ял көндәре алдынан инспекторҙар иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Мәләүез районы эске эштәр бүлегенең дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе начальнигы полиция майоры Денис Посадский билдәләүенсә, тап ошондай саралар иҫерек водителдәр арҡаһында авариялар һанын кәметергә булышлыҡ итә. Был көндәрҙә маршруттарға көсәйтелгән патрулдәр сыға. Водителдәр хатта бер стакан һыра ла реакцияны кәметеүе хаҡында иҫкәртелә. Әгәр ҙә айыҡ булыуыңа шик бар икән, иң яҡшыһы машина асҡысын өйҙә ҡалдырыу.

Денис Александрович мөмкинлектән файҙаланып район халҡын хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Эскән кешенең руль артына ултырыуын йәки юлда хәүефле хәл тыуҙырыуын күрһәгеҙ, битараф ҡалмағыҙ. Полицияға бер генә шылтыратыу ҙа кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға мөмкин. Граждандарҙың һәм инспекторҙарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе - юлдағы хәүефһеҙлек нигеҙе.

Полиция майоры Денис Посадский дәүләт автоинспекция бүлексәһе менән һигеҙ йылдан ашыу етәкселек итә. Ул был хеҙмәткә 23 йыл элек килгән. Хәҙер уның ҡарамағында 18 кеше, шуларҙың 10-ы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары. Был райондағы тотош хәл-торошто контролдә тотоу өсөн етерлек түгел кеүек тойола. Әммә хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе эшен яҡшы башҡара. Уны бүлек биргән статистика ла раҫлай. 2026 йылдың майында Мәләүез районында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ.

Инспекторҙар эше ҙур яуаплылыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә. Көн һайын ҡала һәм район юлдарына сығып, улар төрлө ваҡытта ярҙамға килергә әҙер. Һәр патруль машинаһының үҙ маршруты бар. Дежурлыҡ графигы шарттарға ҡарап үҙгәрергә мөмкин. Бындай мәлдәрҙә айырыуса инспекторҙарҙың ғаиләләренә рәхмәт белдерергә теләйбеҙ, улар, ауырлыҡтарға һәм эш хәүефенә ҡарамаҫтан, яҡындарын аңлап һәм түҙемлек менән өйҙәрендә көтә.

Мәҡәләгә фото төшөрөү өсөн инспекторҙарҙы тотоу еңелдән булманы. Шулай ҙа Мәләүездә үткән сараларҙың береһендә полиция капитаны Вадим Ҡудашев һәм өлкән лейтенант Айнур Хәкимовты осратып, эргәләренә барҙыҡ. Патруль машинаһы янында, һыҙатлы классик таяҡтар менән улар хәрәкәтте көйләй ине. Яҡшы инспекторҙың ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге тураһында һорауыма, улар бер тауыштан тиерлек: «Сыҙамлы, әҙәпле, грамоталы булып ҡалырға кәрәк», - тип яуап бирҙе.

«Һәр кем менән уртаҡ тел табыу мөһим, ул хеҙмәттәш, водитель йәки йәйәүле булһынмы, – тип дауам итте өлкән инспектор Айнур Зәки улы. - Йыш ҡына беҙгә тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә, мәҫәлән,юл-транспорт ваҡиғаһында ҡыҫҡа ваҡытта ярҙам да итергә тура килә».

Халыҡ күпселек осраҡта ЮХХДИ инспекторҙарын «яуыз полицейскийҙар», уларҙың бурысы – язалау һәм штраф һалыу тип кенә ҡабул итә. Ысынында, уларҙы эше - ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау ғына түгел, ә кешеләргә ярҙам итеү.

Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары менән осрашып әңгәмәләшеү уларҙың ауыр, әммә изге бурыс башҡарыуын, был һөнәр эйәләренә хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Беҙҙең юлдарҙы хәүефһеҙерәк иткән кешеләр бит улар!

Хәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгә
Хәүефһеҙлек һағында: кисә, бөгөн, иртәгә
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас