Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Июль , 10:25

Мәләүез районында ял комплексы асылды

Бөгөн райондың Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһендә "НөгөшПаркОтель" ял комплексы асылды.

Мәләүез районында ял комплексы асылдыМәләүез районында ял комплексы асылды
Мәләүез районында ял комплексы асылды

Бөгөн райондың Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһендә "НөгөшПаркОтель" ял комплексы асылды. Уны асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Рыпинская ҡатнашты. 

Нөгөш ярында урынлашҡан ял итеү урыны халыҡ өсөн заманса сервис һәм уңайлылыҡ тәҡдим итә. Йәнгә тыныслыҡ биргән, күп төрлө күңел асыу саралары булған комплексҡа  район, республиканан ғына түгел, илдең төрлө өлкәләренән дә килеүселәр бар.

- Мәләүез районының хозур тәбиғәтен иҫәпкә алғанда, бында туризмды үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар. Республикала туризмды үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға йүнәлтелгән проекттар сиктәрендә киләсәктә лә халыҡҡа ял итеү урындары барлыҡҡа килер, тип ышанам, - тине Светлана Верещагина.

Автор фотолары. 

 

Радий ХӘБИРОВ:

- Республика тәбиғи байлыҡтарға, тарихи һәм мәҙәни урындарға бай. Улар урындағы халыҡта ла, ҡунаҡтарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уята. Туризмды үҫтереү өсөн инфраструктураны үҫтереү, туристик хеҙмәттәрҙе, йәшәү, туҡланыу һәм ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим.

 

Салауат НУРЛЫБАЕВ, "Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: 

- Республика етәкселеге туризм үҫешенә, бының өсөн шарттар булдырыыуға ҙур иғтибар бүлә. Матур һәм бай тәбиғәтле районда туризмды үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн мөмкинлектәр бар. "НөгөшПаркОтель" ял комплексы кеүек ял итеү урындары барлыҡҡа килеүенә ыңғай ҡараштамын. Комплексҡа район, республиканан ғына түгел, илдең төрлө өлкәләренән дә килеүселәр ҙә күп булыр. 

   

Мәләүез районында ял комплексы асылды
Мәләүез районында ял комплексы асылды
Автор:
Читайте нас