Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Июль , 05:57

Мутлашыусылар йоҡламай

Бөрө районы полицияһына 46 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул мессенджерҙа танышының аккаунтынан: «Сәләм, ҡара әле, фотола һин түгелме?» тигән хәбәр алған.

Ҡыҙыҡһыныусан ир хәбәрҙәге һылтанма аша күскән. Был ваҡытта уның смартфонына сит ҡушымта өҫтәлгән.

Күпмелер ваҡыттан һуң ир банк иҫәбенән 25 мең һумдан ашыу аҡсаһының юҡҡа сығыуын күргән. Шулай уҡ енәйәтселәр 70 мең һум күсерергә тырышҡан, ләкин банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте был операцияны башҡарырға мөмкинлек бирмәгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Мутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай
Автор:
Читайте нас