

Һайлауға әҙерлек эшен 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссияһы алып бара. Бөтә һайлау кампанияларында 2 964 457 кеше, шул иҫәптән «Мобиль һайлаусы» сервисы аша тауыш бирә ала.
Һайлау участкаларында тауыш биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 1516 стационар һәм 1822 ҡул металл детекторҙарын файҙаланыу планлаштырыла. Электр энергияһы һүнгән осраҡта территориаль комиссиялар биналарында генераторҙар ҡуйыла. Муниципалитет хакимиәттәре ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына һайлау өсөн запас биналар әҙерләй.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү файҙаланыла. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкалары өсөн – 1321, территориаль комиссияларҙың 69 бинаһын билдәләне. Башҡа участкаларҙа видеорегистраторҙар ҡулланыла.
Элина Әхмәтова.