

Бишбүләк районында муниципалитет хакимиәте башлығы итеп Александр Семёнов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Бишбүләк районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй ине.
Хәйбулла районында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоевҡа ышаныс күрһәтелде.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Искәндәр Юлдашев республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы белгесе булып эшләне.
ЭДУАРД ҠУСҠАРБӘКОВ.
Фото һәм материал: "Башинформ".