

Ауыл халҡы өсөн был бик мөһим: ҡалаға барыу ваҡыт, аҡса һәм көс талап итә, ә бында барлығы бер урында, тиҙерәк һәм бушлай. Тамъян ФАП-ы фельдшеры Венера Ҡорманова билдәләүенсә, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе ваҡытында тикшереү, гипертония, диабет, онкология кеүек сирҙәрҙе иҫкәртеү, тар белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеген биргән “Һаулыҡ поезы” ике көн дауамында өлкән йәштәгеләрҙең һәм балаларҙың һаулығын тикшергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус техника һәм юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән күсмә бригада беҙҙең районда16 июлгә тиклем эшләй. 8 июлдә Ҡыҙрай, 9 һәм 10 июлдә Александровка ауылында йәшәүселәрҙе ҡабул итте. 13 июлдә - Восточныйҙа, 14 июлдә - Иштуғанда, 15 июлдә - Һарышта һәм 16 июлдә Хәсән ауылында эшен тамамлай.
Лена АБДРАХМАНОВА.