

Хат ташыусы халыҡҡа гәзит-журнал таратыусы ғына түгел, башҡаларҙың хис-тойғоһон, уй-кисерешен дә бөртөкләп йыйған кеше.
Кемгә ҡайҙан хәбәр килеүен, кемдең кем менән хат яҙышыуын, ниндәй гәзит йә журналды яратып уҡыуын да ауылдың «йөрәге», «күҙе» һәм «ҡолағы» булған почтальон ғына белә. Үткән менән киләсәкте лә тап ул тоташтыра, элекке менән бөгөнгө араһына бәйләнеш һала.
Райондың Һарыш ауылын хеҙмәтләндергән Хәлиҙә Аҡсулпанова почта таратыусы булып 2021 йылдан алып эшләй.
Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен яратып башҡарған хат ташыусыға ауылдаштары оло хөрмәт менән ҡарай. Уның иңендә гәзит-журнал ғына түгел, рәсми хат, түләү квитанцияһын ваҡытында алып барып тапшырыу бурысы ла ята.
Бөгөн кеше бер-береһе менән хат алышмай, интернет аша ғына аралаша, почта ташыусының эшен төрлө ҡушымта аша башҡарып була тиһәләр ҙә, уны үҙ өйөндә көтөп алғандар ҙа байтаҡ.
- Эштә төрлө ваҡыттар була, әлбиттә. Почтальон булыу анһат түгел. Шулай ҙа халыҡҡа кәрәкле икәнеңде тойоу бөтә ауырлыҡты оноттора. Ауылдаштар менән мөнәсәбәт көйлө: улар мине, мин уларҙы аңлап эшләйем. Ауылда республика баҫмаларын кемдер өйөнә яҙҙыра, ауыл китапханаһына йөрөп уҡығандар ҙа бар. Әйтергә кәрәк, һарыштар райондың «Көнгәк», «Путь Октября» гәзиттәренә тоғролоҡ һаҡлай, - ти Хәлиҙә Сәмиғулла ҡыҙы.
Халыҡтың ышанысын аҡлап, үҙ эшен яратып башҡарған почтальонды һәр өйҙә үҙ күрәләр.
Төрлө технология үҫешкән заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, тормошто почта хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Бигерәк тә ауыл халҡы йомошон уның аша үтәй. Матбуғат баҫмаларының киләсәге лә хат ташыусы эшенә бәйле.
Бөгөн ил кимәлендә оло йәштәгеләргә хөрмәт күрһәтеү тураһында һүҙ барғанда, уларҙың йәшәйешен еңеләйткән һөнәрҙәр ҙә һаҡланып ҡалһа ине. Тормош барыбер изгелеккә, мәрхәмәткә ҡоролған. Уны иһә Хәлиҙә Сәмиғулла ҡыҙы кеүек үҙ эшенә йөрәк йылыһын ҡушҡан кешеләр булдыра.
Фото архивтан.