Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Июль , 13:06

Аҙналыҡ йондоҙнамә (13 - 19 июль)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә (13 - 19 июль)Аҙналыҡ йондоҙнамә (13 - 19 июль)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (13 - 19 июль)

Ҡуҙы
Йондоҙҙар һеҙгә иң ҡыйыу план төҙөргә һәм теләгегеҙгә ирешергә яр­ҙам итер­гә әҙер. Уңайлы мөхит эшлекле һөй­ләшеү­ҙә йәки сауҙа операцияһында уңышҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.

Буға
Бәхес һәм аңлашылмаусанлыҡтар осоро тамамланды. Һәр мәлде үҙенсәлекле итергә тырышып, һөйгән йәрегеҙ һеҙҙе иғтибар менән солғап аласаҡ.

Игеҙәктәр
Йондоҙло мөхит ки­лем вәғәҙә итә. Әммә аҡ­са күп булғанда ла финанс тәртибе мөһим булып ҡала. Артабанғы үҫешегеҙгә етди йоғонто яһарҙай ҡы­ҙыҡлы осрашыу булыуы их­тимал.

Ҡыҫала
Ҙур килешеү төҙөү һәм ҡиммәтле тауар һатып алыу өсөн яҡшы мәл. Ыңғай ҡараш һеҙҙең төп ярҙамсығыҙ булыр. Ваҡ-төйәктең яҡшы яҡтарын күрергә һәм уңыштың ҡәҙерен белергә тырышығыҙ.

Арыҫлан
Теләкте үтәү өсөн һеҙгә мөғжизә кәрәкмәй - эш һөйөүсәнлегегеҙ ҙә етә. Иң мөһиме - иғтибарлы булыу һәм планды алдан төҙөү.

Ҡыҙ
Йондоҙҙар «ағыулы» бәйләнеште ҡыр­­ҡа өҙөргә ярҙам итәсәк, һеҙҙең даирәгеҙҙә ыша­­ныслы кешеләр генә ҡаласаҡ. Ә яңы таны­шыу ҡыҙыҡлы бизнес-идея­ға әүерелеүе ихтимал.

Үлсәү
Билдәнең яңғыҙ вәкилдәренә тирә-­яҡҡа күҙ һалырға кәрәк. Бәлки, һеҙ­ҙең киләсәгегеҙ өсөн тәғәйенләнгән кеше эргәгеҙҙәлер. Аҡса менән эш итеү өсөн уңайлы ва­ҡыт: файҙалы хеҙмәттәшлек шарттары тураһында килешә алаһығыҙ.

Саян
Шәхси проектты башлау тураһында уйланырһығыҙ. Бының өсөн килемдең бер өлөшөн йыя башлағыҙ, шул саҡта займһыҙ ҙа эш итеп буласаҡ.

Уҡсы
Яңы тәжрибә генә түгел, фекерҙәштәр табыу, файҙалы танышыу алып киләсәк эш сәфәре булыуы ихтимал. Тейешле тырышлыҡ һалһағыҙ, карьера баҫҡысы буйлап күптән көтөлгән үрләүгә бөтә мөмкинлек бар.

Ылаҡ
Ҡыйыу аҙымдар һәм тәүәккәллек өсөн яҡшы ваҡыт. Уңышҡа өлгәшеү өсөн бер төп маҡсат һайлағыҙ, иғтибарығыҙҙы ваҡ-­төйәккә тупламағыҙ.

Һыуғояр
Тормош - ул хәрәкәт. Әгәр алыҫ юлға сығыр­ға мөмкинлек юҡ икән, яҡын тирәләге элекке дуҫтарығыҙҙы күрергә тырышығыҙ.

Балыҡ
Осор финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн уңайлы. Үҙгәргән хәлде тиҙ генә аңларға һәм планығыҙҙы үҙгәртергә тырышығыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас