

Имтихан бара, ти:
Профессор: Самолетта 500 кирбес, бер кирбес төшөп китә, нисә кирбес ҡалды була?
Студент: Эээй, еңел һорау - 499 кирбес ҡала!
Профессор: Дөрөөөҫ. Киләһе һорау. Өс аҙымда филде нисек һыуытҡысҡа тығып ҡуйырға?
Студент: 1. Һыуытҡысты асабыҙ, 2. Филде тығабыҙ, 3. Һыуытҡысты ябып ҡуябыҙ!
Профессор: Йә, белдең, ти. Ә нисек итеп боланды дүрт аҙымда һыуытҡысҡа тығып ҡуйырға?
Студент: 1. Һыуытҡысты асабыҙ, 2. Филде сығарабыҙ, 3. Боланды тығабыҙ, 4. Һыуытҡысты ябабыҙ!
Профессор: Ҡарале! Бик шәәп! Артабан... Хайуандар батшаһы арыҫландың тыуған көнө бара, ти. Бөтәһе лә килгән, берәү генә килмәй ҡалған. Ни өсөн?
Студент: Сөнки болан һаман һыуытҡыс эсендә ултыра!!!
Профессор: Бик шәп! Ә әбей крокодилдар гөжләп торған һаҙлыҡ аша имен-аман ғына үтә аламы?
Студент: Әлбиттә! Бөтә крокодилдар тыуған көндә бит!
Профессор: Һммм... Һуңғы һорау. Әбей һаҙлыҡ аша үтте, тик барыбер үлде. Ни өсөн?
Студент: Тәәәк... Батып үлде!!!
Профессор: Ха! Эләктең! Дөрөҫ түгел! Уның башына баяғы самолеттан кирбес килеп төштө! Бар, әҙерлән!..