

Атай кеше мәктәптә балаһының дәрестәре бөткәнен көтөп ултыра, ти.
Янынан үтеп барған уҡытыусы:
– Бала көтәһегеҙме?
– Юююҡ. Мин үҙем шулай һимеҙмен...
***
Ҡалала торған ике әхирәт һөйләшеп ултыра:
– Ял итергә урын булһын тип баҡса һатып алғайныҡ, - ти береһе.
– Ял итәһегеҙме һуң?
– Итәбеееҙ, итмәй ни! Баҡсаға бармаған саҡта...