Яңылыҡтар
22 Июля , 11:31

Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһын

«Пушкин картаһы» – йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатында булдырылған программа. Уларға дәүләт иҫәбенән театрҙарға, музейҙарға, күргәҙмәләргә, концерттарға һәм башҡа мәҙәни сараларға бушлай йөрөргә мөмкинлек бирелә.

Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһынМәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһын
Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһын

Кинотеатрҙарға йылына ике мең һумдан артыҡ аҡса тотонорға ярамай, цирктар һәм зоопарктар программаға инмәгән.

«Пушкин картаһы» программаһы үҫешен дауам итә, саралар исемлеген киңәйтеү һәм аҡса лимитын арттырыу мөмкинлеге ҡарала.

Карта менән 14-тән 22 йәшкәсә арауыҡтағы һәр йәш кеше ҡуллана ала, бәлиғ булмағандар өсөн ата-әсәләрҙең йәки законлы вәкилдәрҙең ризалығы талап ителә.

Унда дәүләт тарафынан, йылда 1 ғинуарҙан (йә картаны астырған көндә) билдәле сумма һалына - 5 мең һум. Был аҡсаны йәштәр үҙҙәре барырға теләгән мәҙәни сараларға сарыф итә ала. Ҡулланылмағаны йыл һайын 31 декабрҙә яна һәм киләһе осорға күсмәй.

«Пушкин картаһы»н алыуҙың бер нисә ысулы бар. Беренсеһе «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, йә икенсеһе - «Дәүләт хеҙмәттәр.Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһы аша витруаль карта алыу. Өсөнсө ысул - Почта.Банк бүлексәһенә паспорт һәм СНИЛС менән мөрәжәғәт итеп, пластик карта сығарыу (физик картаны әҙерләү ваҡыты 8 көн).

Программаның ҡағиҙәләре башҡа кеше өсөн билет һатып алыуҙы рөхсәт итмәй. «Пушкин картаһы» буйынса алынған билеттарҙың барыһы ла тәғәйен кеше исеменә һатыла. Сараға барған мәлдә һеҙҙән шәхесте танытҡан документ һорауҙары ихтимал.

Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһын
Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу артһын
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас