Яңылыҡтар
23 Июля , 01:30

КӨЛӘМӘС. Магазинда

    

КӨЛӘМӘС. МагазиндаКӨЛӘМӘС. Магазинда
КӨЛӘМӘС. Магазинда

Бөгөн эштән ҡайтышлай юл ыңғайы магазинға индем. Үлтереп мандарин ашағы килә ине. Ҡарап тороуға нишауа ғыналарҙан уң биште алдым. Ҡайтып йыуайым тиһәм, 15енең бишәүһе күгәрә башлаған. Принцип! Тоттом да киттем магазинға. Кассирҙан башланым, менеджерҙары килеп ҡушылды. Юҡ, ғәфү үтенеп боҙоҡтары урынына яҡшыларын биреү түгел, ныҡышып ирешергә тырышалар. Тоттом да менеджер егеткә:

- Ярай, әгәр һеҙҙеңсә ошо мандариндар яҡшы булғас, дауай, ашарға баҙнат итәһеңме? Сырайың сырышмай ғына ашаһаң, дәғүәм юҡ, нисек килдем шулай сығып китәм, - тим.

Был ашай башланы, бирешмәй. Ике мандаринды ашаны ла, булды, бер көнлөк норма, ти. Мин әйтәм, ниндәй норма!? Бөтәһен дә! Ҡыҫҡаһы, көсәнә-көсәнә ашап бөттө боҙоҡ мандариндарымды... Шунан мин:

- Саҡырығыҙ магазиндың администраторын! - тим.

Администратор килде лә, "Нимә булды?" - ти.

- Миңә яңы биш мандарин бирегеҙ, - тим быға. Әле генә хеҙмәткәрегеҙ минең биш мандаринды төйнәне! - тигәйнем, теге менеджерҙың ҡарашын күрһәгеҙ ине!!!

Йылмай!

Автор:
Читайте нас