

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреү өсөн беҙҙең менән «Эко-сити» ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк компанияһы вәкиле, физик шәхестәр менән эшләү бүлеге начальнигы Лариса Куцуева осрашты.
Лариса Геннадьевна һүҙҙәренсә, «Эко-сити» мәғлүмәттәрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһынан (ГИС) ала, унда Рәсәй эске эштәр министырлығы йортта йә фатирҙа теркәлгән кешеләр һаны тураһында мәғлүмәт индерә. Был система аша мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң, кемгәлер квитанцияла сумма өҫтәлгән.
Ҙур суммаларҙы ҡайҙан алғандар?
Был һуңғы өс йылдағы өҫтәмә иҫәпләүҙәр. Улар торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһында үҙгәрештәр индерелгән көндән генә иҫәпләнә. Кеше үҙенең бөтә күсемһеҙ милек объекттары буйынса теркәлгән граждандар һаны буйынса, ә әгәр торлаҡҡа бер кем дә теркәлмәгән булһа, бина хужалары һаны буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы түләй.
Мәғлүмәттәрҙе тикшереү 2025 йылдың октябренән индерелгән. Был ваҡытҡа тиклем төбәк операторының теркәлгән һәм ғәмәлдә йәшәгән кешеләр араһында айырмаһы булмай.
Ни өсөн иҫәпләүҙәр буйынса һорауҙар тыуа?
Ҡулланыусылар күп осраҡта «Эко-сити» офистарына теркәлгәндә йәки йәшәүселәр һаны үҙгәргәндә мөрәжәғәт итмәй. Шуға күрә компанияның мәғлүмәт алырға бер генә мөмкинлеге бар - торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы (ГИС) аша.
«Эко-сити» Рәсәй эске эштәр министырлығы индергән мәғлүмәттәр өсөн яуаплы түгел. «Әгәр сумма дөрөҫ иҫәпләнмәһә, адреслы белешмә бирегеҙ һәм беҙ барыһын да төҙәтәсәкбеҙ, - тине Лариса Куцуева. - Адреслы белешмәне йорт хужаһына ғына бирелә. Беҙ был мәғлүмәтте үҙаллы ала алмайбыҙ, сөнки 27.07.2006 № 152-ФЗ «Шәхси мәғлүмәттәр тураһында» Федераль закон бар».
Түләүҙәр күләме менән риза булмағанда...
Билдәләнгән сумма менән риза булмаған кеше төбәк операторҙың клиент офисына мөрәжәғәт итергә тейеш. Мәләүездә ул Ленин урамы, 133 адресы буйынса урынлашҡан. Сиратта ултырырға мөмкинлек булмаһа, башҡа варианттар ҙа бар. «Белешмәләрҙе түләү документында күрһәтелгән электрон почта аша ебәрергә мөмкин, - ти Лариса Куцуева. - Ҡулдан ғариза яҙырға һәм уны шәхси кабинетта теркәргә, шулай уҡ Рәсәй Почтаһы аша ғариза һәм белешмә ебәрергә була».
«Миңә коллекторҙар шылтырата!»
Ҡайһы бер граждандарға бурыстарҙы түләргә, юғиһә сумма суд аша алынасаҡ тип шылтырата башлағандар. Бигерәктә өлкән быуын ошондай белдереү алыуҙан ҡурҡа. «Был шылтыратыуҙар робот аша килә, ул бурыс тураһында хәбәр итә, - ти Лариса Геннадьевна. - Был мәсьәләне яңынан ҡарарбыҙ. Шулай уҡ белдереүҙәрҙә ниндәй текст ҡулланылыуын тикшерербеҙ».
Төбәк операторы вәкилдәре раҫлауынса, ҡайһы бер осраҡтарҙа иҫәпләүҙәр хаталы булған, был конструктив диалог өсөн яҡшы сәбәп. Компания хеҙмәткәрҙәре, халыҡ күп булыуға ҡарамаҫтан, мөрәжәғәт иткән һәр кешенең ғаризаларын һәм документтарын ҡабул итә. Әлеге ваҡытта проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер ысулы -милексегә «Эко - сити»ға мөрәжәғәт итеү, ниндәй ысул менән - үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.